Ә составындағы кальций күләме буйынса, ул бөтә-еләк емештәр араһында беренсе урында килә. Тимәк, организмығыҙға кальций етмәй икән, күберәк ҡайын еләге ашарға кәрәк.
Ҡайын еләге аскорбин кислотаһына бай булыуы менән дә әһәмиәтле. 100 г яңы өҙөлгән еләктә ул 120 мг була икән. Әммә С витаминынан тыш, унда В1, В2, РР витаминдары, каротин, фолий кислотаһы ла күп. Микроэлементтарға, минераль тоҙҙарға, пектин матдәләренә бай булыуы менән дә сәләмәтлек өсөн файҙалы ул.
Ҡайын еләге йөрәк-ҡан тамырҙары эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай. Юғары ҡан баҫымынан, атеросклероздан уны күпләп ашарға кәңәш итәләр. Шулай уҡ ул ҡандағы холестерин кимәлен кәметергә булышлыҡ итә.
Ул аш эшкәртеү процесын, эсәктәрҙең эшмәкәрлеген көйләүгә лә ярҙам итә. Ашҡаҙан, бөйән сей яраһынан, эс ҡатыуҙан, геморройҙан һәм глисталарҙан файҙаһы бар. Ашҡаҙан һәм бәүел ҡыуыу юлдары ялҡынһынғанда уның емешен файҙаланалар. Һанай китһәң, уның бик күп ауырыуға ҡаршы ҡулланырға мөмкин. Ҡалҡан биҙе сирҙәренә ҡаршы ла, быуын һыҙлауынан да, бөйөр ауырыуҙарына ла, диабеттан да, анемиянан да, матдәләр алмашыныуы боҙолоуынан да, диатезды, подаграны, циститты дауалауҙа ла шифаһы тейә.
Һәр нәмәлә сама крәкә икәнлеген дә, табип менән кәңәшләшергә лә онотмағыҙ.
Уны турғай еләге, яңғыҙаяҡ тип тә йөрөтәләр. Ә һеҙҙең яҡтарҙа уны нисек атайҙар?
Фәимә Сәғитова.