

Ҡарағаттан «5 минутлыҡ» ҡайнатмаһы
3 стакан һыуға 7 стакан шәкәр һалып, утҡа ҡуйырға. Был масса ҡайнап сығыу менән 11 стакан ҡара ҡарағат һалып, 5 – 7 минут ҡайнатырға.
Унан тағы 7 стакан шәкәр өҫтәп, иҙелеп бөткәнсе болғатырға. Желе һымаҡ ҡуйы ҡайнатма килеп сыға.
Ҡышҡылыҡҡа еләктән десерт
3 кг еләк, 1 банка ҡуйыртылған һөт кәрәк.
Еләктәрҙе таҙартып йыуырға. 2 кг еләкте турарға, контейнерҙарға һалырға. 1 кг еләкте блендер менән үткәреп, ҡуйыртылған һөт менән яҡшылап болғатырға.
Килеп сыҡҡан коктейлде контейнерҙағы еләктәрҙең өҫтөнә ҡойоп сығырға. Әҙерәк кенә болғатырға була. Һыуытҡысҡа туңдырырға ултыртырға.
Крыжовник ҡайнатмаһы
Крыжовникка банан, грек сәтләүеге ҡушып ҡайнатһаң, бигерәк тәмле була. Шәкәр 1:1 нисбәтендә, емештәр һәм сәтләүек сама менән алына. Бананды турарға, сәтләүекте полиэтилен ҡапсыҡҡа һалып, өҫтөнән уҡлау менән тәгәрәтеп ваҡларға. Йыуып әҙерләнгән крыжовникты ҡушып, өс тапҡыр бишәр минут ҡайнатып алырға.
Сейә ҡайнатмаһы
Һауытҡа ярты литр һыу, ярты литрлы банка менән шәкәр һалып, ҡайнатып сығарырға һәм шундай уҡ банка менән сейә өҫтәп ҡайнатып сығарырға. Һуңынан тағы ошо уҡ күләмдә шәкәр, сейә һалып ҡайнатырға. Шулай өс тапҡыр аралаштырырға. 5 минут ҡайнатырға ла һүндерергә.
Абрикостан ҡайнатма
Ҡайнатма өсөн тығыҙ, бешер-бешмәҫ абрикостарҙы алырға, йомшаҡтары бармай, иҙеләсәк. Абрикостың эсендәге төшөн алып, дүрт өлөшкә бүлергә.
1 кг шәкәргә бер бокал һыу һалып, яҡшылап сироп ҡайнатырға һәм шул сиропҡа 1 кг абрикосты, бер телем генә лимон киҫәге һалып, саҡ ҡына болғатырға ла, һүндереп, һыуытырға ҡуйырға. Һыуынғас яңынан 5 минут ҡайнатып, һүндерергә. Шулай дүрт тапҡыр һыуыта-һыуыта ҡайнатып алырға. Күбеген алырға онотмағыҙ. Һуңғы тапҡыр ҡайнатҡанда утта оҙағыраҡ, сама менән 10-15 минут тоторға кәрәк. Һыуынғас банкаларға тултырырға. Бик тәмле килеп сыға, абрикостары иҙелмәй, ҡайнатма ҡуйы була.
Еләктән желе
1 кг еләкте йыуырға ла, 1 кг шәкәр һалып, болғатып, һуты бүленеп, шәкәре иҙелгәнгә тиклем ситкә ултыртып торорға. Һуңынан блендер менән иҙергә лә һүрән утта ун минут ҡайнатырға. Ярты стакан «Агар-агар» һалып болғатырға. Желены һыуытҡыста һаҡларға.
Ҡыҙыл ҡарағаттан желе
1 кг ҡыҙыл ҡарағат, 1 кг шәкәр кәрәк.
Ҡарағатты йыуып, өҫтөнә бер кг шәкәр һалып, һуты сыҡҡансы яҡшылап иҙергә. Һуңынан 8 – 10 минут шәкәр менән ҡайнатырға ла, дуршлагҡа һалып иҙгәс, банкаларға тултырырға.
Ҡурай еләгенән джем
9 стакан (200 г) шәкәргә ярты стакан һыу һалып, ҡайнатып сығарырға. Шуға 14 стакан еләк һалырға. Һүрән утта 15 минут ҡайнатырға. Шул ҡайнар массаға һуңынан тағы 9 стакан шәкәр һалып, эреп бөткәнсе болғатырға. 5 сәғәткә ситкә алып ҡуйырға, болғап торорға. Ҡайнатманы һалҡында тоторға. Бик тәмле желе килеп сыға.
Сливанан джем
1 кг слива, 800 г шәкәр кәрәк.
Сливаны йыуырға һәм һәр береһенең ситен бысаҡ менән ҡырҡырға. Төшөн алғандан һуң блендер менән иҙергә һәм шәкәр ҡушып, кәстрүлгә һалырға. Ошо масса талғын утта 40 минут самаһы ҡайнатыла. Йәғни джем ҡуйырырға тейеш. Әҙерләгән ваҡытта сыҡҡан күбекте йыйып торорға онотмағыҙ.
Әҙер джемдың төҫө бик матур була. Уны банкаларға эҫе килеш һалалар һәм стерилләйҙәр.
Фото: ferma-alpatevo.ru