+28 °С
Облачно

Маринадланған помидор

Баҡсала йәшелсә-емештәрҙең өлгөргән мәле. Уңған хужабикәләр ҡышҡылыҡҡа әҙерләнә: ҡайната, тоҙлай, салаттар әҙерләй. Йәйҙең бер көнө ҡышты туйҙыра, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр бит. Ҡыш көнө хуш еҫле ҡайнатмалар, кетерләп торған тоҙло ҡыярҙар, телде йоторлоҡ тәмле салаттар, ысынлап та, өҫтәлебеҙгә йәм өҫтәй. Һәр хужабикәнең үҙе генә белгән салаттар рецебы ла барҙыр, әлбиттә. Шулай ҙа беҙ бөгөн һеҙгә бер нисә рецепт тәҡдим итергә булдыҡ.

Маринадланған помидорМаринадланған помидор
Маринадланған помидор

1 литрлыҡ банканың төбөнә петрушка, һарымһаҡ, 1 ҡалаҡ көнбағыш майы һалырға һәм дүрт өлөшкә бүленгән поми­дор­ҙарҙы тултырырға. Өҫтөнә 2 – 3 түңәрәкләп ҡырҡылған һуған һалғандан һуң маринад ҡойорға һәм ҡапҡастарын ябып нығытырға.
Маринад өсөн: 3 л һыу, 3 ҡалаҡ тоҙ, 7 ҡалаҡ шәкәр, бөртөклө ҡара борос, лавр япрағы алына. Шуларҙы ҡайнатып сығарғандан һуң 1 стакан һеркә ҡойоп, маринад һыуын­ғас, банкалар өҫтөнә ҡойола.

Йәшелсәләрҙән икра

2 кг помидор, 1 кг һуған, 1 кг кишер, 1 кг татлы борос, 0,5 л көнбағыш майы.
Һуғанды турап, майлы табала ҡыҙҙырырға. Шул уҡ ваҡытта кишерҙе ҡырғыстан үткәреп, помидорҙы, боросто турап, һуған менән барыһын бергә асыҡ һауытта 1,5 сәғәт ҡайнатырға. Тоҙҙо тәменә ҡарап һалырға. Һуңынан стерилләнгән банкаларға тултырырға.

Лечо

2,5 кг помидор, 1 кг татлы борос, 1 ҡалаҡ тоҙ, 4 лавр япрағы, 5 – 7 бөртөклө ҡара борос.
Помидорҙы ит турағыс аша үткәреп, 30 минут ҡайнатырға һәм барлыҡ тәмләткестәрҙе, шулай уҡ татлы боросто һалып, тағы ла 10 минут ҡайнатырға һәм эҫе килеш стерилләнгән банкаларға тултырып ябырға.

Кубань салаты

2 кг эре помидор, 1,5 кг баклажан, 1,2 кг кишер, 250 г һарымһаҡ, 1 әсе ҡыҙыл борос, петрушка, 0,5 л көнбағыш майы, 120 мл 9 процентлы һеркә, 2 ҡалаҡ тоҙ һәм 200 г шәкәр.
Кишерҙе таҙартып, ҡырғыста ҡырырға. Помидорҙы эҫе һыу менән бешекләп алғандан һуң тышын һыҙырып алырға һәм ит турағыс аша үткәрергә. Әсе боросто һәм баклажанды йы­уып, шаҡмаҡлап турарға. Һа­рымһаҡты иҙергә, петрушканы ваҡларға.
Бөтә компоненттарҙы бергә ҡушып, көнбағыш майы, тоҙ, шәкәр һәм һеркәнән әҙерләнгән маринад ҡойоп, утҡа ҡу­йыр­ға. Ҡайнап сыҡҡандан һуң ҡапҡасын ябып, талғын утта 45 минут самаһы быҡтырырға. Ваҡыты-ваҡыты менән ағас ҡалаҡ менән болғатып алырға кәрәк. Салат әҙер булғас, стерилләнгән банкаларға тултырырға һәм ҡапҡасын нығытып, һыуынғанға тиклем, өҫтөн ҡалын әйбер менән ҡаплап ҡуйырға.

Фото: kasheloff.ru

Автор:
Читайте нас