+30 °С
Болотло

Быйыл крыжовник та бик уңды

Крыжовник ҡайнатмаһын күптәр яратмай, әммә уны ҡышҡылыҡҡа бик тә тәмле итеп әҙерләп була. Хатта шәп килеп сыға!

Быйыл крыжовник та бик уңдыБыйыл крыжовник та бик уңды
Быйыл крыжовник та бик уңды
Бының өсөн 1 килограмм крыжовникты блендер аша үткәргәндә ике әфлисун һәм бер лимон ҡушып ебәрегеҙ. Лимон менән әфлисундың ҡабығын таҙартмаһаң, ҡайнатманың тәме әскелтем була. Ҡатнашмаға 1 килограмм самаһы шәкәр ҡомо ҡушып. яҡшылап бутағас, һыуытҡысҡа алып ҡуяһы ғына ҡала.
Уны туңдырғыста һаҡлаған осраҡта, шәкәр ҡомоноң яртыһы ғына алына. Шулай эшләгәндә ҡышҡыһын сәй эсергә бик тә тәмле һәм файҙалы ла була.


Фото: fermer.blog
 
Автор:
Читайте нас