

2 йомортканың һарыһын, 2 ҡалаҡ шәкәр, ярты балғалаҡ ванилин менән туғырға, йомшарған маргаринды ҡушып ебәрергә, самалап он өҫтәргә (2стакан тирәһе). Майлы ғына йомшаҡ ҡамыр килеп сыға. Майлы ҡамыр үҙенә ондо күп ала, шуға оҙаҡ баҫмағыҙ. Ҡулға йәбешмәһә, шул еткән. Әҙер ҡамырҙы матур ғына итеп табаға йәйеп һалырға, ситен күтәреп ҡуйырға (башта эслеген һалмайынса саҡ ҡына ҡамырҙы бешереп алһаң да була).
Йәһәт кенә эслек әҙерләйбеҙ. 1ҡап эремсек (творог), 1 стакан магазин ҡаймағы, 1 стакан шәкәрҙе ныҡ ҡына итеп туғырға ла, ҡамыр өҫтөнә һалырға. Еләк-емеш та һалып ебәрегеҙ. 35 минутҡа эҫе мейескә ҡуйып бешерегә. Тик бешеп сыҡҡас, аҙыраҡ һыуынғансы ултырып торһон. Сметанник һымаҡ тәмле генә пирог килеп сыға.
P.S. Йомортканың ағынан йә безе бешерегеҙ, йә битегеҙгә маска эшләгеҙ.
Сығанаҡ: https://vk.com/bashkortvk?from=groups