+30 °С
Болотло

Манты-голубцы

Миңзәлә Түләбаева үҙенең сәхифәһендә үҙенсәлекле ризыҡ рецебы менән уртаҡлаша. "Ябай, әммә үҙҽнсәлҽкле гҽнә ризыҡ бҽшерҙем әлҽ төшкө ашҡа. Мин уны, манты-голубцы, тип атар инҽм. Ҡамыры мантыныҡы һымаҡ, ә эслеге голубцыныҡынан һис тә айырылмай.

Манты-голубцыМанты-голубцы
Манты-голубцы

Йылҡы итенә ҡаҙ майын ҡушып, ит турағыстан үткәрҽп, һуған, борос өҫтәгәс, бүрттҽрелгән дөгөнө ҡушып ебәрҙҽм. Йәйҽлгән ҡамырҙы шаҡмаҡлап ҡырҡтым, эслеген һалғандан һуң, конверт рәүешендә төрөп, манты бешергескә тҽҙҙҽм. Шулай уҡ ашағанда күңеллерәк, тағы ла йәмлҽрәк булһын тип, ҡайһыларын роза сәскәһе формаһында эшләнем.

40 минут самаһы бҽштҽ. Баҙҙан йәй үҙҽм эшләгән йәшелсә икраһын сығарып ҡушып ебәреп ашауҙары үҙе бҽр кинәнҽс булды.

Һҽҙ ҙә бҽшереп ҡарағыҙ, дуҫтар! Аштарыбыҙ тәмлҽ, үҙебҽҙ һау-сәләмәт булайыҡ!" - тигән ул.

Фото: https://vk.com/id94963269

Автор:
Читайте нас