

Уның бешеүенә өс-дүрт ҡалаҡ вермешель өҫтәйбеҙ һәм иң аҙағынан ярты ҡап иретелгән сыр өҫтәйбеҙ. Сырҙы күберәк һалһағыҙ ҙа ҡурҡыныс түгел, аш тәмлерәк килеп сығасаҡ. Ашты йәшел тәмләткестәр менән биҙәп бирергә онотмағыҙ. Яратһағыҙ, гренки һалып ашарға була.
Был аш бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Кем ашап ҡарай, һәр саҡ рецептын һорап ала. Шулай булғас, мотлаҡ әҙерләп ҡарағыҙ.
Аштарығыҙ тәмле булһын!
https://bashgazet.ru/