

*5 кг ташҡабаҡ, 400 г майонез (юғары процентлыһы яҡшыраҡ булыр), 200 г томат пастаһы, 150 г үҫемлек майы, 25 мл уксус, 1 кг кишер, 1 кг һуған, 1 сәй ҡалағы ҡара борос, 2 аш ҡалағы тоҙ, 4 аш ҡалағы шәкәр алына.
*Ҡалын кәстрүлдә майҙы ҡыҙҙырығыҙ, уға һуған, унан кишерҙе һалып ҡыҙҙырығыҙ.
*Артабан туралған кабачки һәм томат пастаһын, майонезды өҫтәгеҙ. Ул үҙ һутында йомшарғансы бешергә тейеш.
*Артабан һарымһаҡ, тоҙ, шәкәр, ҡара боросто өҫтәгеҙ. Һәм әкрен утта 1 сәғәт тирәһе тотоғоҙ.
*Артабан тәмләп ҡарағыҙ, кәрәк булһа тоҙ өҫтәгеҙ.
*Унан ҡара борос, уксус һалып тиҙ генә болғатығыҙ ҙа, стерилләнгән банкаларға һалып, ҡапҡастар менән ябығыҙ.
Тәмле булһын!
https://vk.com/bashdonya?from=groups&w=wall-202792286_42299