

Кәбеҫтәне яҡынса 3-4 сантиметр ҙурлыҡтағы шаҡмаҡтарға турарға, кишерҙе эре ҡырғыстан ҡырырға, уларҙы тоҙ һәм аш һеркәһе менән бутап, 30 минутҡа шул килеш ҡалдырырға. Күпмелер ваҡыт үткәс, кәбеҫтәгә ваҡ ыуығыста ыуылған һарымһаҡ, рецептта күрһәтелгән күләмдә кориандр, паприка, ҡыҙыл борос, куркума һәм шәкәр ҡомо һалырға, яҡшылап болғатырға. Һуңынан өҫтөнә газ плитәһендә ҡайнарлатып алынған көнбағыш майы һалырға.
Кәбеҫтә салатын, банкаларға (700 грамлы 2 банка сыға) тултырып, һыуытҡысҡа ҡуйырға. Ул 1 тәүлектән ашарға әҙер була.