+30 °С
Болотло
Тәмле ризыҡ – йәнгә шифа
8 Сентябрь 2025, 06:00

Кәбеҫтә бәлеше

Ялҡауҙар өсөн рецепт, ти был. Шаярыу, әлбиттә. Ашыҡҡаныраҡ саҡ булһа, уңайлы, тиҙ генә әҙерләнә.

Кәбеҫтә бәлешеКәбеҫтә бәлеше
Кәбеҫтә бәлеше

500 грамм кәбеҫтәне ваҡлап турап, табаға йәки бешереү өсөн башҡа һауытҡа һалырға. Ярты пачка маргаринды иретеп, кәбеҫтәгә ҡойорға.

Ҡамыр өсөн түбәндәгеләрҙе бергә бутарға:

Өс йомортҡа, биш ҡалаҡ ҡаймаҡ (ҡуйы булһын), алты ҡалаҡ он, өс ҡалаҡ майонез, бер балғалаҡ тоҙ, ике балғалаҡ ҡамыр ҡабартҡыс.

Ошо шыйыҡ ҡамырҙы кәбеҫтәле һауытҡа һалып, 200 градус эҫелектәге духовкала ярты сәғәт бешерергә.

Тәмле булһын!

Автор:
Читайте нас