

Бының өсөн: һарымһаҡты әрсеп, бик нескә телемдәргә турарға һәм, табаға һалып, киптерергә кәрәк. Духовка, еләк-емеш киптергестә лә мөмкин. Шулай ҙа бүлмә температураһында үҙ иркендә кипһә, файҙаһы күберәк була. Тик йышыраҡ елгәреп торорға кәрәк.
Ныҡлап кипкәс, һарымһаҡ киҫәктәре һынып, ыуалып тора. Уларҙы блендерҙа йәки кофемолка тарттырып иләргә һәм яңынан табаға һалып, бер нисә көн тоторға кәрәк. Әҙер ондо һауыттарға тултырып ҡуябыҙ. Иҫкәртеү! Блендерҙа ваҡлау менән асырға ярамай, 5-10 минут көтөп торорға кәрәк. Юғиһә, һарымһаҡ оно күҙгә керергә, тын юлына ҡапланырға мөмкин.
Тейешенсә кипһә, бындай һарымһаҡ оно бик оҙаҡ һаҡлана.
Фото: oreshkinspb.ru