+16 °С
Дождь

"Бәпкә ашы"

Төшкөлөккә балтырғанлы ыумас ашы. Күңелем булды, рәхмәт әнейемә ауыл күстәнәсе итеп ҡуҙғалаҡ, балтырған, йәшел һуған, хуш еҫле ҡарағат япрағы биреп ебәргәне өсөн. Ошо мәлдә айырыуса тәмле лә, танһыҡ та бит ул ыумаслы, йомортҡалы балтырған ашы. Ыумасы ла хан һыйына тиң. Әйткәндәй, беҙҙә балтырғанды бәпкә үләне тиҙәр. "Бәпкә ашы бешерҙем әле", тип һөйләй торғайны ололар.

"Бәпкә ашы""Бәпкә ашы"
"Бәпкә ашы"

Башта бәләкәй кәстрүлдә ҡайнаған һыуға уртаса ҙурлыҡтағы өс картуфты турап һалдым, теләһәгеҙ ярты кишерҙе ҡырғыстан үткәреп ҡушырға ла була. Улар бешкән арала, сынаяҡта бер йомортҡаны туғыным, шунан бәләкәй табаҡтағы ярты стакандан күберәк онға шуны яйлап ҡына ҡойоп, ваҡ итеп ыуҙым.

Элегерәк бер эре итеп ыуғайным, ыумасым бешкән саҡта тағы ла өс тапҡырға ҙурайҙы ла ҡуйҙы. Шуға хәҙер ваҡ итеп ыуам.
Аҙаҡ ыумасты кәстрүлгә һалып болғаттым да, туралған балтырған, бер ҡалаҡ аҡ май, тоҙ ҡуштым. Бешеп етер алдынан ғына туғылған йомортҡа ҡушып ебәрҙем.

Хәтәр тәмле була! Үәт, шулай! Тәмле, витаминлы аш әҙер! Инде матур ғына тәрилкәләргә һалып, күп итеп йәшел тәмләткес үләндәр, йәшел һуған, ҡаймаҡ ҡушып тәмләп ашарға ғына ҡалды.
Өҫтәлдәрегеҙ мул, аштарығыҙ тәмле, кәйефегеҙ көр булһын, дуҫтарым!

Гөлназ Ишемғолова.

#Гөлназ_Ишемғолованан_тәмлекәстәр

Автор:
Читайте нас