+16 °С
Дождь

Бауырҙан торт

500 г бауыр2 баш һуған1 стакан ҡайнаған һөт3 йомортҡатоҙ, борос4-5 ҡалаҡ көнбағыш майыярты стакан он Бауыр менән һуғанды ит үткәргес аша үткәрәбеҙ, һөттө ҡайнатып һыуытабыҙ ҙа ҡушабыҙ, йомортҡа, көнбағыш майы, тоҙ, борос, он һалып, барыһын бергә яҡшылап болғайбыҙ.Ҡоймаҡ ҡойған кеүек йоҡа ғына итеп табала бешерәбеҙ. (26 см диаметрында 7-8 ҡоймаҡ килеп сыға).

Бауырҙан тортБауырҙан торт
Бауырҙан торт

Эслек:
2 баш һуған
2-4 кишер (эре булһа, икәү ҙә етә)
ҡаймаҡ йә майонез - 200 г
2 теш һарымһаҡ
тоҙ, борос, базилик, петрушка кеүек тәмләткестәр

Һуған менән кишерҙе табала ҡыҙҙырабыҙ, ҡаймаҡ (майонез) һәм һарымһаҡ менән бергә ҡушып болғатабыҙ, торт йәймәләре араһына һылайбыҙ. Тортты эҫе килеш йыйғанда, эслеге һеңеп, тәмле һәм һутлы була. Өҫтөн йәшел үләндәр йә ҡырғыстан үткәрелгән сыр менән биҙәргә.

Аштарығыҙ тәмле булһын!

"Уңған килен" рецебы буйынса.

Автор:
Читайте нас