+17 °С
Облачно

Меренга рулеты

Кәрәк була: безе әҙерләү өсөн 200 грамм йомортҡа ағына бер семтем тоҙ һалып туғыйбыҙ. 300 грамм шәкәр өҫтәп, аҡ күбеккә әйләнгәнсе дауам итәбеҙ, һуңынан 1 аш ҡашығы лимон һуты ҡушабыҙ.

Меренга рулетыМеренга рулеты
Меренга рулеты

Духовканы ныҡ ҡыҙҙырмайбыҙ. Безены өҫкө ҡатҡа ҡуйып, һүрән утта бешереү яҡшы. Силикон өҫлө пергамент ҡағыҙына әҙер шыйыҡсаны йәйеп һалығыҙ, бик йоҡа булмаһын, йәймә ситтәре буш ҡалһын. 170 градустан ҡыҙыуыраҡ булмаған температурала 20-25 минут бешерәбеҙ.

Крем өсөн 140 грамм эремсек сырын 25 грамм шәкәр пудраһы менән болғатабыҙ. Эслеккә банан, әстерхан сәтләүеге йә иһә шафталы һалырға була. Әҙер рулетты баҡса еләге, кедр сәтләүеге менән биҙәргә мөмкин.

 

Автор:
Читайте нас