

Тағы бер ысул:
Ҡыҙыл ҡарағатты йыуып киптерәбеҙ, һыуы ҡалмаһын. Артабан эмаль йәки «нержавейка» һауытҡа һалып, ағас ҡалаҡ менән иҙәбеҙ. Һәм утҡа ҡуйып, йылытып алабыҙ. Ҡайнатып сығармайбыҙ, бер аҙ йомшарғас та һүндерәбеҙ.
Һыуынғас ваҡ тишекле иләк аша һөҙәбеҙ һәм 1 килограмм пюреға 1,5–1,8 килограмм шәкәрҙең яртыһын һалып, төҫө китмәҫлек итеп 1–2 минут ҡына ҡайнатып алабыҙ. Һүндергәс ҡалған шәкәрҙе һалып, яҡшылап болғайбыҙ.
Фото: https://tuganaylar.ru/