+30 °С
Болотло

Ҡурай еләгенән лимонад

Эҫе көндәр башланды, был файҙалы эсемлекте йышыраҡ әҙерләгеҙ.

Ҡурай еләгенән лимонадҠурай еләгенән лимонад
Ҡурай еләгенән лимонад

Баҡсаларҙа ҡурай еләге өлгөргән мәл. Билдәле, магазиндан һатып алған газлы һыуҙы һәм башҡа эсемлектәрҙе яңы еләктәрҙән әҙерләнгән лимонад менән сағыштырып та булмай. Хатта ғәҙәти компот та һалҡынса лимонадҡа етмәй. Ҡурай еләгенән бындай тәмле лимонад әҙерләү өсөн яңы йыйылған ҡурай еләге, лимон, шәкәр ҡомо кәрәк буласаҡ.

1,5 литр ҡайнап сыҡҡан һыуға 5–6 лимон, 200 грамм шәкәр ҡомо (татлы яратмаусыларға кәметергә лә мөмкин) һәм 200 грамм ҡурай еләге алына. Лимонды ҡабығынан таҙартабыҙ һәм уны бер аҙ ваҡлайбыҙ. Лимон һутын, ҡабығын, шәкәр ҡомон һәм ҡурай еләген бергә ҡушып, болғайбыҙ. Өҫтөнә ҡайнап торған һыу ҡоябыҙ һәм уны ҡаплап ҡуябыҙ. Кистән эшләп ҡуйһаң, иртәнгә айырыуса тәмләнә.

Лимонадты һалҡынса килеш эсегеҙ.

Автор:
Читайте нас