+17 °С
Облачно

Тиҙ бешә торған сейә бәлеше

Баҡсағыҙҙа сейәләр өлгөрәме, дуҫтар? Әйҙәгеҙ, бергәләп тиҙ генә әҙерләнә торған сейә бәлеше эшләп ҡарайыҡ әле.

Тиҙ бешә торған сейә бәлешеТиҙ бешә торған сейә бәлеше
Тиҙ бешә торған сейә бәлеше

Бының өсөн ярты килограмм самаһы сейә, 3–4 йомортҡа, 300–350 грамм он, 200 грамм шәкәр ҡомо, 50 грамм аҡ май һәм семтем генә тоҙ кәрәк буласаҡ.

Сейәне яҡшылап йыуғас, төшөн алабыҙ. Тәрән һауытҡа йомортҡа һытып, шәкәр ҡомо, тоҙ, май өҫтәп күпертәбеҙ. Унан он һалып, бер төрлө масса булғансы болғайбыҙ. Шуға сейәне һалып бутайбыҙ. Табаны майлап, сохари йәки манный ярмаһы һибәбеҙ һәм килеп сыҡҡан ҡатнашманы һалабыҙ. Ҡыҙыу мейестә ҡыҙарғансы бешереп алабыҙ. Күпереп бешкән бәлеш өҫтөнә шәкәр оно һибеп, һыуынғас, табынға ҡуябыҙ.

Сәй табынын тағы ла йәмләндереп ебәреүсе сейә бәлеше тел йоторлоҡ тәмле була!

Фото: ryletik.ru

Автор:
Читайте нас