Тауыҡ итен ит үткәргес аша үткәрәбеҙ һәм майлы табаға һалып ҡыҙҙырабыҙ. Өҫтөнә ярымбалдаҡлап ҡырҡылған помидор теҙәбеҙ, саҡ ҡына майонез һылайбыҙ. Артабан ярымбалдаҡлап туралған һуған һәм бешкән картуфты ҡырғыс аша үткәреп һалабыҙ. Тағы майонез һөртәбеҙ.
Ит өҫтөнә ҡырғыстан үткәрелгән сырҙы һалабыҙ ҙа, табаны ҡапҡас менән ябып, 10 минут самаһы талғын ғына утта тотабыҙ. Өҫтөн зәйтүн емеше, йәшел тәмләткестәр менән биҙәп ебәрәбеҙ.
Бына шулай, тиҙ генә арала тәмле һәм туҡлыҡлы ризыҡ әҙер.
Аштарыбыҙ – тәмле, үҙебеҙ бәхетле булайыҡ!
https://vk.ru/bashdonya?w=wall-202792286_53071