

Ҡауынды шаҡмаҡлап турарға. Лимон һутын һығып, ҡабығын ҡырғыстан ҡырырға. Ҡауынға шәкәр ҡомо һибеп, 3–4 сәғәткә йәки бер төнгә ҡараңғы урында ҡалдырырға. Шунан һуң ошо массаны плитәгә ҡуйып, ҡайнатырға, ҡайнап сыҡҡас 5 минут әкрен утта тоторға. Унан һуң һыуытырға кәрәк. 5 сәғәт үткәс, лимон һутын һәм ҡырғыстан сығарылған ҡабыҡты өҫтәп, йәнә 5 минут ҡайнатырға, ҡайнап сыҡҡас 5 сәғәт көтөргә. Өсөнсө тапҡыр нәҡ шулай эшләргә, ҡайнатма әҙер.
Фото: gastronom.ru.