Туңғас, пакеттарға йәки контейнерҙарға тултырабыҙ. Был ысул кәрәкле тиклем генә алып ҡулланырға мөмкинлек бирә — бөтә запасты бер юлы иретеүҙең кәрәге юҡ. Эслек тултырыу өсөн тәғәйенләнгән бөтөн боростарҙы киҫмәйенсә, пакетҡа тығыҙ итеп һалып туңдырабыҙ.
Маринадлау өсөн Ҡалын стеналы боростарҙы һайлау яҡшы. Классик рецепт:
1 кг борос
100 мл һыу
100 мл 9% һеркә
2 аш ҡалағы шәкәр
1 аш ҡалағы тоҙ
бер нисә теш һарымһаҡ
лавр япрағы
Боросто эре телемдәргә бүлеп, ҡайнап торған һыуҙа 2 минут бланшировкалайбыҙ. Артабан стерилләнгән банкаларға тултырабыҙ, өҫтөнә ҡайнар маринад ҡоябыҙ һәм 10–15 минут стерилләйбеҙ. Ҡапҡастарын ныҡ итеп ябып, түңкәреп ҡуябыҙ һәм һыуынғансы төрөп тотабыҙ.
Әгәр һеҙгә ҡышын йәйҙең тәмен һаҡлау мөһим булһа, туңдырыу яҡшыраҡ. Ҡыш көнө борос киҫәктәре быҡтырылған йәшелсәләргә, борщҡа хуш еҫ өҫтәр йәки соус өсөн нигеҙ булыр.
"Кәңәш-төңәш" төркөмөнән.