+14 °С
Облачно

ҠАБАҠ ҺУТЫ

Тəмле лə, файҙалы ла бит ул!Булған уңышты рəхəтлəнеп ҡулланайыҡ. Ололар əйтмешлəй "форма өсөн түгел, корма өсөн булһын"   Кəрəк була:1.Ҡабаҡ (таҙартылған) - 2 кг2.Шәкәр - 200 г3.Эре әфлисун һуты- 2 дана.4.Лимон кислотаһы - 0,5 балғалаҡ.

ҠАБАҠ ҺУТЫҠАБАҠ ҺУТЫ
ҠАБАҠ ҺУТЫ

Әҙерләү

*Ҡабаҡты ҡабығынан һәм
орлоғонан таҙартығыҙ, киҫәктәргә турап, ҙур кәстрүлгә һалығыҙ.

*Тулыһынса ҡаплағансы һыу һалып, әкрен утта тулыһынса йомшарғансы бешерегеҙ.

*Әҙер ҡабаҡты блендер менән ваҡлағыҙ йәки иләк аша үткәрегеҙ.

*Әфлисун һуты, шәкәр һәм лимон кислотаһы өҫтәгеҙ. Яҡшы итеп болғатығыҙ.

*Һутты тәмләп ҡарағыҙ һәм кәрәк булғанда, әскелтем булһын өсөн тағы бер аҙ шәкәр йәки лимон кислотаһы өҫтәгеҙ.

*Кәстрүлде утҡа ҡуйығыҙ һәм һутты ҡайнатығыҙ.

*Эҫе һутты алдан стерилләнгән банкаларға ҡойоп, ҡапҡастарығыҙҙы герметик рәүештә ябығыҙ.

*Банкаларҙы баштүбән әйләндерегеҙ, йылы юрған менән яҡшы итеп ябығыҙ һәм тулыһынса һыуынғансы ҡалдырығыҙ.

*Теләһәгеҙ, апельсин һутын арттырырға, йәки апельсин һуты урынына алма һутын ҡулланырға мөмкин.

Фото: m.povar.ru

Автор:
Читайте нас