+16 °С
Облачно

Ҡышҡылыҡҡа солянка

Кәрәк:- кәбеҫтә — 2 кг;- кишер — 500 г;- һуған — 500 г;- томат пастаһы — 150 г (йәки 1 кг помидор);- еҫһеҙ шыйыҡ май — 150 мл;- уксус (9%) — 3 аш ҡ.- тоҙ — өймәләм 2 аш ҡ.;- шәкәр — 2 аш ҡ.;- ҡара борос — 10–15 дана;- лавр япрағы — 3–4 дана.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡышҡылыҡҡа солянкаҠышҡылыҡҡа солянка
Ҡышҡылыҡҡа солянка

Әҙерләү барышы:
Кәбеҫтәне нәҙек һалам кеүек ҡырҡабыҙ. Кишерҙе эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ, һуғанды шаҡмаҡлап турайбыҙ. Ҡаҙанда йә тәрән табала ярты майҙы ҡыҙҙырабыҙ, һуғанды һалып, үтә күренгәнсе тотабыҙ ҙа һәм кишер өҫтәп тағы 5-7 мин ҡыҙҙырабыҙ.

Кәбеҫтәне ҡушабыҙ, ҡалған майҙы ҡойоп бөтәбеҙ. Ҡапҡас менән ябып талғын утта 20 мин бешерәбеҙ, болғап торорға онотмайбыҙ.
Томат пастаһын, тоҙ, шәкәр, борос һәм лавр япрағын һалабыҙ. Әгәр масса ныҡ ҡуйы булһа, ярты стакан ҡайнар һыу өҫтәргә. Тағы 20-25 мин кәбеҫтә әҙер булғансы бешерәбеҙ.
Эҫе килеш стерилләнгән банкаларға тултырабыҙ һәм ҡапҡастар менән ябабыҙ ҙа баш түбән әйләндереп, өҫтөн ҡаплап, һыуынғансы тотабыҙ.

 https://vk.ru/zian_tan

Автор:
Читайте нас