-4 °С
Ясно
Фильмдар
15 Января 2023, 11:35

Мимино арабыҙҙан китте

Бөгөн  танылған актер Вахтанг Кикабидзе мәрхүм булған. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Мимино арабыҙҙан киттеМимино арабыҙҙан китте
Мимино арабыҙҙан китте

Вахтанг Константинович Кикабидзе 1938 йылдың 19 июлендә Тбилисиҙа тыуған. 1978 йылда ул СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты була. 1980 йылда Кикабидзеға Грузияның халыҡ артисы исеме бирелә. 2020 йылдан - Грузия парламенты депутаты. Үҙ карьераһында Кикабидзе совет һәм грузин киноларында тиҫтәләрсә роль башҡара. Шуларҙың береһе - Георгий Данелияның 1977 йылда экранға сыҡҡан «Мимино» фильмында Вәлико Мизандари.

Фото: m.fishki.net

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас