+16 °С
Облачно
Фильмдар
27 Августа 2025, 05:35

27 август – Рәсәй киноһы көнө

Башҡорт режиссеры Руслан Юлтаевтың бер юлы өс фильмы — «Блогер», «Бер ролдең яҙмышы» һәм «Бетеү» («Оберег») I Донецк халыҡ-ара кинофестиваленең лонг-листына һайлап алынған. Фестиваль Донецкиҙа 26-28 сентябрҙә үтәсәк. Унда эштәрҙе жюри ғына түгел, тамашасылар ҙа баһалаясаҡ. Башҡортостан халҡы кинофестивалдең телеграм-каналында «лайктар» һәм «баһалауҙар» тамашасылар тауыш биреүендә ҡатнаша ала.

27 август – Рәсәй киноһы көнө27 август – Рәсәй киноһы көнө
27 август – Рәсәй киноһы көнө

«Бетеү» фильмы 19-21 сентябрҙә Сыктывкарҙа үтәсәк IX фин-уғыр халыҡтарының «Туйвеж»,  кинофестиваленең конкурс программаһына ла һайлап алынды.

– Башҡорт фильмдары күп илдәрҙән бойондороҡһоҙ кинематографистар тарафынан юғары баһаланған төрлө кинофестивалдәргә йышыраҡ һайлап алына, — тип уртаҡлашты режиссер Руслан Юлтаев. – Һәм был осраҡлы түгел, республика етәкселегенән килгән ярҙам иғтибарһыҙ ҡалмай – һуңғы йылдарҙа был тылсымлы сәнғәт төрөнә күберәк кеше йәлеп ителә, ысын оҫталар булып китә. Хәҙер иң мөһиме – башҡорт киноһына бөтә кимәлдә лә ярҙам күрһәтеү. Һөҙөмтә үҙен көттөрмәҫ, һис шикһеҙ.

27 август – Рәсәй киноһы көнө
27 август – Рәсәй киноһы көнө
Автор:
Читайте нас