

Никита Михалковтың студенты булыу бәхете тейгән ҡыҙҙар был фильмды апрель айында биш көн дауамында тап Үҙбәк ауылында, мәҙәниәт һәм урындағы халыҡтың йорттарында төшөрә. Ауыл халҡы ихлас ярҙам итеү менән бергә, үҙҙәре лә киноға төшә. Билдәле Рәсәй режиссерынан был фильм өсөн ыңғай баһаланып, уның ҡулынан “Ҡыҙыл диплом” алғас, тәүге тамашасыһы ла ошо ауыл халҡы булды. “Ярты сәғәт эсендә утҡа ла керҙек, һыуға ла төштөк. Ваҡиғалар үткән быуаттың һикһәненсе йылдарында барһа ла, бөгөнгө көндә лә күтәрелгән проблемалары актуаль. Әсә һөйөүенә, кешелеклелеккә, ғаиләгә арналған мәңгелек ҡиммәттәр фильмда күрһәтелә. Беҙҙең ауылды һайлап, беҙҙе тарихта ҡалдырғаны өсөн режиссерға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм уңыштар теләйбеҙ”, - тине Үҙбәк ауылы халҡы.
Стәрлетамаҡ ҡалаһының театр-концерт берләшмәһенән һәм Салауат ҡалаһы театрынан килгән, был фильмда ҡатнашҡан Юнир Ғәйнуллин, Фәнил Ҡарасурин, Айгөл Зөбәйҙуллина, Рәсил Сынбулатовтарҙың килеүе лә был сараға мәртәбә өҫтәне. Улар ҙа был телевидение әҫәре буйынса ыңғай фекер әйтте.
Элекке хеҙмәттәшебеҙ Фәрзәнә Утарбаеваға башҡорт киноһын киләсәктә донъя кимәленә лә сығарырҙай ижади уңыштар теләйбеҙ. Эҙләнеүҙән, ижад итеүҙән туҡтама!
Рәзинә Зәйнетдинова.
https://shonkar.com/news/culture/2026-08-17/f-em-birerlek-uy-a-alyrly-film-4784627