+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
7 Февраль 2022, 14:00

Урында етештерелгән һөт продукцияһы

Илебеҙ Башлығы тарафынан булдырылған милли проекттар тормошҡа ашып ҡына тора. Тиҙҙән “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам” дөйөм проекты нигеҙендә Асҡын районында үҙҙәре етештергән һөт продукцияһы менән халыҡты тәьмин итә башлайҙар.

Урында етештерелгән һөт продукцияһы
Урында етештерелгән һөт продукцияһы

Уны эшкәртеп, һауыттарға тултырыу сауҙа нөктәләренә сығарыу өсөн кәрәкле йыһаздар һатып алынған да инде.

“Асҡын районында һөт цехы” проекты үҙе “Райондың һөт етештереү кооперативы” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативын ғәмәлгә ашыра. “Быйыл район магазиндарына үҙебеҙҙең тауарҙы – һөт, ҡаймаҡ, һәм эремсекте һатыуға сығарырға уйлайбыҙ. Сеймалды урындағы халыҡтан, фермаларҙан һатып аласаҡбыҙ, килешеүҙәр төҙөнөк” –  ти кооператив рәйесе Фәнзил Мөғтәбәров.

Фото: https://gtrk.tv/novosti/

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: