+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
3 Февраль 2022, 16:00

“Юрий Гагарин” – Лондонда!

Туймазы районынан Гордей Тиглевтың эше Лондон ҡалаһының галлереяһында үҙ урынын алып, барлыҡ ижад һөйөүселәрҙе ҡыуандырасаҡ.13 йәшлек кенә булыуына ҡарамаҫтан үҫмер – ысын талант эйәһе, виртуоз-рәссам.

“Юрий Гагарин” – Лондонда!
“Юрий Гагарин” – Лондонда!

Былтыр декабрь айында яҡташыбыҙ Юрий Гагариндың портретын яһап, Бөйөк Британияла үткән “Golden time talent”  Халыҡ-ара конкурсына эшен ебәргән булған. Һәм бына 11–14 йәшлек ҡатнашыусылар араһында ул – еңеүсе. Акрил буяуҙары менән төшөрөлгән портреты 100 балдан 96,6 балға баһалана. Бәләкәй генә сағынан ҡулына ҡәләм, буяуҙар алған малайҙың ижады жюри ағзаларын да таң ҡалдырған. Әйткәндәй, конкурста ҡатнашыусылар араһында ул иң йәше булып сыға.

- Йышыраҡ портрет, пейзаж һәм натюрморттар яһайым. Ә шулай ҙа иң яратҡан жанрым – портрет. Ул мине рухландыра ғына, – ти Гордей.

Бәләкәйҙән үк һынлы сәнғәт менән мауыҡҡан үҫмер һүрәт төшөрөү менән генә түгел, робот техникаһы, 3D-моделдәр яһау һәм шахмат менән дә шөғөлләнә.

Афарин, Гордей ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, ғорурланабыҙ!

Фото: VK

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: