+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
30 Ноябрь 2022, 14:00

КВН элеккесә түгел

Кисә кис баш ҡалала Асыҡ башҡорт КВН лигаһы үтте (Башҡорт асыҡ түгел). Мин икенсе йыл бындай уйындың шаһиты булам инде. “Һәнәк” журналы исеменән махсус приз тапшырабыҙ һәм, әлбиттә, сәмле ярыш ҡарап ҡәнәғәтләнәбеҙ.Быйыл ойоштороусылар жюри булып ҡатнашыуҙы ла һораны. Шулай итеп, рәхәтләнеп көлөп кенә түгел, ә аҙмы-күпме уйынсыларҙың яҙмышын да хәл итеп ташланылды.

КВН элеккесә түгел
КВН элеккесә түгел

13 команда ҡатнашты! Башҡортса шаярта белә торған ун өс командалыҡ йәштәрҙең булыуы үҙе үк ҡыуандыра бөгөнгө көндә. Иң башта был сараны ойоштороусыларҙы маҡтап китәйем әле. Илдә ниндәй генә хәлдәр барғанда ла, халыҡ нисек кенә көн иткәндә лә, юморһыҙ булмай. Юмор менән күңел күтәрелеп кенә ҡалмай, рух үҫә, донъяға ҡараш үҙгәрә. Һәм беҙҙең ҡалҡып килгән йәш быуында оптимизм, ауырлыҡтарға еңелсә шаяртыу аша ҡарай белеү кеүек һыҙаттар тәрбиәләнә. Республиканың төрлө тарафтарынан йәштәрҙе, йәштәрҙе генә түгел балаларҙы ла йыйып, туплап, сәхнәнең юмор жанрын өйрәтеп ятҡан егеттәр һәм ҡыҙҙарға – афарин!

Ә хәҙер сәхнә юморы тураһында. Уйынға әҙерләнгән йәштәр, моғайын, үҙәк каналдарҙағы стендаптарҙы, Комеди клуб кеүек юмор тапшырыуҙарынан үрнәк алған. Эйе, Белый, Харламов, Воля һымаҡтар уларға “крутой” булып күренәлер инде. Бында ғәйеп юҡ. Ә шулай ҙа мин уларға Петросян, Дроботенко, Ветров, Ещенко һымаҡ мәҙәни һәм нескә юмор менән эш итә белеүселәргә лә иғтибар итергә кәңәш итер инем. “Нимәң бар? Күрһәт!” тигәнгә бил ҡайышын сисергә тотонған шаярыу ул - шаярыу түгел, минеңсә. Был кимәл әле үҫешеп етмәгән һәм ҡарап тороусыларҙа хәтәр реакция тыуҙырырға ынтылған үҫмер кимәле йәки ... ярай накручивать итмәйем ине...

Биш команда йәштәр тип иҫәпләнһә, ҡалғандары барыһы ла уҡыусы балалар булды, хатта сепеш кенәләре лә бар ине сәхнәлә. Шул балаларҙың буйтым шаяртыуҙар яһап, уйнап, әртисләнеп йөрөүе күңелле күренеш инде. Һүҙуйнатыуҙа, тапҡырлыҡта, сәсәнлектә, отҡорлоҡта, зирәклектә, шаянлыҡта ярышыуҙары ла ҡыҙыҡлы тамаша булды. Тик әлеге лә шул бәтмәкәй генә балаларҙың оло ауыҙ булып, үҙ йәштәренә хас түгел хәбәрҙәр ысҡындырыуы ғына, нисек кенә үткәреп ебәрергә тырышһам да, күҙемә (ҡолағыма ла) төртөлдө лә торҙо. Бында хатта балаларҙың да ғәйебе юҡтыр, ә улар һөйләгән тексты яҙған сценарий авторҙары балалар шаяртыуы шулай ҙа булырға мөмкин, тип уйлайҙыр. Һәм хата уйлай! Балаларға баштан уҡ юморҙың гараж артындағы тупһыҙ анекдоттар түгел, ә нескә, кинәйәле, төртмәле һәм мәҙәни сиктәрҙәге сәхнә һәм әҙәбиәт жанры, ижад икәнлеген төшөндөрөргә кәрәк.

Дөйөм алғанда, барыһы ла – молодцы! Әлиттә, еңеүселәре лә, башҡалары ла булды, әммә төп маҡсаты бына ошо – балалар һәм йәштәр саф башҡортса отҡорлоҡ уйындарында ҡатнаша ала икәндәрен күрһәтте. Йәштәр шарта һәм мәрәкәләй белә. Һәм уларҙың үҙенә күрә дәртле тамашасыһы ла бар.

“Һәнәк” журналы “ Дыуан районының “Төньяҡ амурҙары” командаһын билдәләп, бүләген тапшырҙы.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.

КВН элеккесә түгел
КВН элеккесә түгел
Автор:
Читайте нас: