+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
18 Ғинуар 2023, 17:25

Иң яҡшы башҡорт теле уҡытыусыһын һәм йыл уҡытыусыһы кем?

19 ғинуарҙан 14 февралгә тиклем Өфөлә «Башҡортостан баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы - 2023» һәм «Башҡортостан баш ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2023» конкурстары үтә.

Иң яҡшы башҡорт теле уҡытыусыһын һәм йыл уҡытыусыһы кем?
Иң яҡшы башҡорт теле уҡытыусыһын һәм йыл уҡытыусыһы кем?

Иң яҡшы уҡытыусыларҙы ике этапта билдәләйҙар, ҡала райондарында һайлап алыу турҙары ойошторола, финалистар иһә еңеүсе исеме өсөн дөйөм ҡала этабында көс һынаша. «Йыл уҡытыусыһы» конкурсында ҡатнашыусылар өсөн түбәндәге номинациялар билдәләнгән: «Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы», «Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы», «Педагогик дебют» (35 йәшкә тиклемге йәш уҡытыусылар өсөн). Йәш башҡорт теле уҡытыусылары өсөн «Педагогик өмөт» номинацияһы булдырылған.

Коронавирустың таралыуына юл ҡуймау өсөн бөтә этаптар ҙа ситтән тороп уҙғарыла. Ҡатнашыусылар асыҡ дәрес һәм оҫталыҡ дәрестәре күрһәтергә, кластан тыш саралар үткәрергә, низағлы хәлдәрҙән сығыу юлын табырға, ойоштороусыларҙың һорауҙарына яуап бирергә тейеш. Еңеүселәрҙе аҡсалата бүләктәр көтә.

Конкурстар уҡытыусыларҙың алдынғы эш тәжрибәһен таратыу, һөнәрҙең абруйын күтәреү, уҡытыусыларҙың мәғарифҡа индергән өлөшөн йәмәғәтселеккә танытыу өсөн үткәрелә.

https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2023-01-17/i-ya-shy-bash-ort-tele-u-ytyusy-yn-m-yyl-u-ytyusy-y-kem-3107592

 

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: