+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
15 Февраль 2023, 16:00

«Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы - 2023»

Өфөлә «Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы - 2023» конкурсының абсолют еңеүсеһе иғлан ителде. Ул - 39-сы гимназияның математика уҡытыусыһы Артем Баянов. Был хаҡта үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Өфөнөң мәғариф идаралығы начальнигы Азат Батыршин һөйләне.

«Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы - 2023»
«Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы - 2023»

«Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы - 2023» конкурсында 114-се мәғариф үҙәгенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Яҙгөл Сирбаева иң яҡшыһы тип танылды. Артем Баянов һәм Яҙгөл Сирбаева Өфө исеменән «Йыл уҡытыусыһы» конкурсының республика этабында һәм «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсында сығыш яһаясаҡ.

147-се мәктәптең тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы Анастасия Самсонова «Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы» конкурсының «Педагогик дебют» номинацияһында еңеү яуланы. Бөтә һынауҙарҙы ла лайыҡлы үтеп, «Башҡортостан баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы» конкурсында 93-сө физика-математика лицейының немец теле уҡытыусыһы Алена Кнауб еңеүсе булды.

«Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» номинацияһында 45-се мәктәптең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эмиль Сәғитов еңеү яуланы. «Баш ҡаланың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы - 2023» конкурсының «Педагогик өмөт» номинацияһында 9-сы мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ильяс Һағынбәк еңде.

Афарин, уҡытыусыларҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.

Фото: Башинформ

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: