+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
2 Март 2023, 12:00

Ҡот ҡойҙороу

Кит инде, кит! Тамам теңкәһен ҡоротто бит Өммөгөлдөң ҡата башындай был малай. Шул тиклем дә яман ауыҙ, илаҡ бала булыр икән. Көн тимәй, төн тимәй оло ауыҙын күтәреп һаж­лауҙан башҡаны белмәй. Бер көндө таныштары, мужыт, ҡото осҡандыр, фәлән ауылда шунда­йыраҡ эш менән булашҡан әбей йәшәй, шуға апарып ҡарағыҙ, тигәйне.

Ҡот ҡойҙороу
Ҡот ҡойҙороу

Бөгөн шул ҡарсыҡҡа барып ҡай­тырға уйлағайнылар. Тик бы­на берәй сәғәттән әйләнермен, әҙерләнеберәк тор тигән Тәлғәте генә сығып китте лә һыуға төшкән кеүек ғәйеп булды. “Ир ишараты, ҡайҙа йөрөй икән олағып!” Үҙ алдына енләнә-енләнә бер тәҙ­рәнән икенсеһенә йүгергеләгән Өммөгөлдөң талағы алҡымына тығылды. Ниһайәт, ишектә ҡың­ғырау тауышы ишетелгәндәй булды. Ҡатын ишеген асыр-ас­маҫ­тан күҙе аларған күгәүен шикелле сәсрәп иренә ташланды.
– Ҡайттыңмы ни, албаҫты, ниңә тағы әҙерәк йөрөй бирмәнең? Мин һиңә ясин сығартырға йыйына инем инде.
Бисәһенең бындай наҙлы һүҙ­ҙәренә ғәҙәтләнеп бөткән ире нимәлер аңлатырға теләп:
– Кит әле, башалтай ауыҙ, уйнап йөрөйөмдөр шул,– тиеүе былай ҙа ярһыған Өммөгөлгә етә ҡалды. Ул йоҙроҡтарын иренең танауы аҫтында бейетепме-бейетте.
– Нимә-нимә тиһең, йә, ҡабатла әле шул һүҙеңде, йолҡош, хә­ҙер кеше булғас, шул ауыҙға әйләндемме?
Уның зәһәр тауышына яңы ғына әүен баҙарына китеп барған малай терт итеп уянды ла аҡырып иларға тотондо. Шашыу­ҙан сикә тамырҙары бына-бына шартларҙай булып бүртеп сыҡ­ҡан ҡатын балаһын карауатынан йолҡоп алды.
– Шым тим, оло ауыҙ, атаңдар­ға оҡшап. – Бала күҙен алартып ҡына ҡараны ла тағы ярһырға кереште...
Унан ҡатын бәләкәсен Тәлғәтенә һондо.
– Мә, ҡара, бер минең генә баламдыр шул.
Хәҙер инде ир ҡулындағы бала илауы менән ҡоторған әсәнең алай ҙа былай тауыштары бергә ҡушылды. Уларҙың тауышынан тәҙрә быялалары земберләп торҙо.
– Шул инде, хәҙер кеше булдың бит, миңә өйләнгәнсе ҡатып-шытып йөрөгәнеңде онотҡанһың! Кейергә алмаш трусигың дә юҡ ине бит. Абау, ғибрәт, кемдең ке­­ме миңә нимә тип торған була, ғәрләнеп үлерһең. – Бындай ҡаты эштән һуң сарсап киткән Өммөгөл һыу алып эсте.
– Шайлы кеше ни, нәҫелегеҙҙә йүнле кеше бармы, исмаһам, йыйын һепертке, аснәҡәттәр. Әсәйем, бөтә нәҫелдәре менән тауыҡ мейеһе эскәндәр тип бик дөрөҫ әйткән икән. Ә мин иҫәр, артымдан бер тотам ҡалмай йөрөгәс ни, һине, һеләгәйҙе, йәлләп кенә сыҡтым бит.
– Туҡта тим, сәсрәгер нәмә, – тип донъя ярып ҡысҡырҙы ире. – Ауыҙыңды көрә һуҡҡанды көтәһеңме, ә?
– Ҡурҡытырға уйлайһыңмы, һи­нең кеүек аҡыш күҙҙән шөрлә­гән кеше бар, ти ҙә. – Өммөгөл ире­нә үҙенән дә яманыраҡ итеп ҡысҡырҙы. Унан түштәрен ҡаҡайтып, иренең алдына килеп баҫты:
– Йә, һуҡ, һуҡ!
Өммөгөл Тәлғәттең күҙҙәренә зәһәр ҡараны һәм тағы тытылдығын сыҡты.
– Анау Сабитҡа сыҡһам, күптән әллә ҡайҙа йәшәп ятыр инем. Уның ҡатыны байбисә кеүек кенә йәшәй бына. Шуға шалҡан кеүек таҙа. Ә мин, йүнле тормош күр­мә­гәс, ҡаҡ һөйәккә ҡалып бөттөм. Һин, хөрәсән, хатта тыуған көнөмдә лә бер бүләк алып бирә алғаның юҡ бит.
Бер сама парын сығарып алған ҡатын юлға йыйына башланы. Шарт та шорт бер шкафты япты, икенсеһен асты. Иҙән уртаһында күбәләй булып күлдәктәр, кофталар, пальтолар өйөлдө. Шулай ҙа йүнле генә кейем таба алманы. Инде асыуы йәнә алҡымына еткән ҡатын шапылдата шкафҡа типте.
–Һин эшкинмәгәнгә сығып ҡы­на башымды харап иттем. Анау Сабитыма сыҡһам, ебәккә ге­нә тө­рөнөп ултырыр инем. Әҙәм ара­һына кейеп сығыр бер йүнле кейем дә юҡ бит, әҙәм ыс­тра­мы! Үлгәнсе йүнле кейем төҫө кү­рә алмам инде...
Илауҙан арып-талып йоҡоға киткән малай йәнә ҡото осоп уя­нып, бөтә донъяға яр һалды. ..

Ю. АЙЫТҠОЛОВ.

Автор:
Читайте нас: