+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
24 Март 2023, 18:25

“Дисет пилүс тыри”

(Лаҡап) Ғөбәйт ағай ауылда иң ҙур ғаиләле кеше булды. Ҡатыны Шәрифә әбей менән ун өс бала үҫтерҙе. Үҙҙәре егәр­ле, тилбер булғас, мохтажлыҡ ки­сер­мәнеләр, урам тулы ҡош-ҡорто, мал-тыуары эркелешеп йөрөнө, өҫ­тәлдәре буш булманы.

“Дисет пилүс тыри”
“Дисет пилүс тыри”

Бер ваҡыт Ғөбәйт ағай район үҙәгенә ниндәйҙер ҡағыҙ алырға бара. Өҫтәл артында ултырған мәрйә унан :
– Нисә балағыҙ бар? – тип һорай.
– Дисет пилүс тыри – тип яуаплай ағай.
Әмәлгә ҡалғандай, эргәһендә ауылдашы ла торған була, уныһы пырх итеп көлөп ебәрә. Улай ғына ла түгел, ауылға ҡайтҡас, был турала кем етте шуға оло бер хәбәр итеп һөйләп йөрөй.
Хәҙер Ғөбәйт ағай ҙа, әбейе лә был донъяла юҡ инде. Ә “дисет пилүс тыри” тигән лаҡап әле һаман онотолмай. Кешеләр бер-береһенән “Нисә балаң бар?” тип һораһа:
– Дисет пилүс тыри, – тип шаярта.

С. МУЛЛАГИЛДИН.

Автор:
Читайте нас: