+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
30 Март 2023, 16:00

Осрашыу

Марат ӘМИНЕВ Сөм-ҡара төҫтәге “Джип” береһенән-береһе зин­нәтлерәк коттедждар те­ҙелгән урамдан елдерә. Костюм кейгән, галстук таҡҡан водитель саңлы урамды һепереп йөрөгән, спецовка кейгән ир янында тиҙ­леген кәметте:– Нимә, ниндәй машина килгә­нен күрмәйһеңме ни, саң туҙҙы­раһың? – тип екеренде ул, тәҙ­рәһен бер аҙ төшөрөп.

Осрашыу
Осрашыу

– Дворниктар йоҡлап ятмай ул, таң һа­рыһынан тороп эшләй.
Урам һепереүсе уға табан боролдо. Бер аҙ ҡарап торғас, ауы­ҙы йырылды:
– Бәй, Зиннәт, һин түгелме ни? – Ул күрешергә ҡулын һуҙҙы.
– Сәлимйәнмы әллә? – Машина хужаһы ла уны танығандай итте, әммә ҡымшанманы ла. Һу­ҙыл­ған ҡул һауала аҫылынып ҡалды.
– Тап үҙе, бәй, ун йыл буйы минең арттағы партала ултырып, ун йыл буйы минән кү­сергән двоечник бит һин, нисек таны­май­һың?
– Бишкә генә уҡыған ботаник Сәлимйән, тимәк? – Водитель һонолған ҡулға иренеп кенә бармаҡтарын тигеҙҙе лә ап-аҡ салфетка алып ҡулдарын һөрт­тө. – Тормош нисек бара һуң, урам һепереп буламы?
– Була, ана бит, донъяһы та­ҙарып ҡалды...
– Дә-ә, донъя ҡуласа, әйлән­дереп килеп бер баҫа шул, – водитель ҡәнәғәт йылмайып ҡуйҙы, – мин, икеле тоҡсайы, бер мил­ли­онлыҡ машинала ел­дерәм, һин, отличник, урам һеперәһең, ғәжәп был тормош тигәндәре. Иҫ китә лә ҡуя.
– Шулай инде, – урам һепе­реүсе сәғәтенә ҡараны ла өс ҡатлы коттедждың ҡапҡаһын асты. – Ярай, офиста мине кө­тә­ләр, өйгә кереп, өҫ-башты алыш­тырып, душ инәйем дә ҡуҙғалайым, ә һин, Зиннәт, хәҙер өйҙө беләһең, килеп йөрө.
– Бәй, был һинең йортмо ни?– Водитель машинанан һикереп төштө.
– Минеке, баҡса-урам тирәһен ҡараусы егет бер аҙна ял һо­ра­ғайны, донъяны сүп баҫты ла ҡуйҙы, спецовкаһын кейҙем дә йыйыштырҙым, бер ауырлығы ла юҡ, ауыл малайы ла инде беҙ.
Шул саҡ водителдең кеҫә телефоны шылтыраны, ул ҡаба­ланып трубканы алды:
– Алло, Айрат Тимербаевич, мин ҡыҙығыҙҙы мәктәпкә алып барҙым, магазинға инеп ҡа­ты­нығыҙ ҡушҡан бөтә әйберҙе лә алдым, биш минуттан янығыҙҙа булам! Аңлашылды, Айрат Тимербаевич, эшләйбеҙ уны, Айрат Тимербаевич!
Водитель трубканы һалды ла еңенең һырты менән ҡапыл бә­реп сыҡҡан маңлай тирен һөр­төп алды.
– Байҙарға эшләп надайыл булдым, – тип уфтанып ҡуйҙы ул. – Эт урынына көнө буйы сап та сап, барыбер ярап булмай, донъяла бер ғәҙеллек юҡ, шулай бит, Сәлимйән дуҫ!
Тик уға яуап биреүсе булманы. Сәлимйән йортона инеп юғал­ғайны инде.

 

Автор:
Читайте нас: