+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
17 Май 2023, 10:00

Дияна Ишниязова «Йондоҙ-2023» бөтә Рәсәй йыр бәйгеһендә

“Йондоҙ-2023” бөтә Рәсәй йыр бәйгеһендә Дияна Ишниязова Башҡортостан исеменән ҡатнашып, финалға сыҡты. Абруйлы бәйгелә илдең 89 төбәгенән йырсылар ҡатнаша.

Дияна Ишниязова  «Йондоҙ-2023» бөтә Рәсәй йыр бәйгеһендә
Дияна Ишниязова «Йондоҙ-2023» бөтә Рәсәй йыр бәйгеһендә

Иң шәптәрҙе тамашасыларҙың тауыш биреүе һәм жюри ағзалары фекере ярҙамында билдәләйҙәр.  Беҙҙең Диянабыҙ "Звезда" телеканалында Роберт Рождественский шиғырына Раймон Паулс ижад иткән  “Любовь настала” йырын йөрәктәргә үтерлек итеп башҡарып финал этабына сыҡты.  Афарин, Дияна! Уңыштар теләйбеҙ!

Фото: йырсының социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһенән.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: