-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
13 Июнь 2023, 10:30

Иң ҙур ҡыҫтыбый һәм өсмөйөш

Өфөлә иң ҙур өсмөйөш һәм ҡыҫтыбый әбешерҙеләр. Был ашамлыҡтар ҙурлығы буйынса Рәсәй рекордына дәғүә итә.

Иң ҙур ҡыҫтыбый һәм өсмөйөш
Иң ҙур ҡыҫтыбый һәм өсмөйөш

Ашнаҡсылар һөйләүенсә, 45 килограмдан ашыу ауырлыҡтағы өсмөйөштө бер нисә тапҡытр бешерергә тура килгән. Рекордлы өсмөйөш өсөн ҙур һәм тәрән мейес эшләгәндәр, ә продуктты пергаментҡа төрөп, ваҡыты-ваҡыты менән һыу һипкәндәр.

Быға тиклем иң ҙур өсмөйөштө Учалы һәм Ҡазан ашнаҡсылары әҙерләгән. Ә өфөләр уларҙы ла уҙып киттеләр.

232 сантиметр оҙонлоҡтағы һәм 120 сантиметр киңлектәге ҡыҫтыбый өсөн бер юлы 4 усаҡ тоҡандырғандар. Ҡамырҙы ҡыҙҙырыу өсөн махсус яҫы таба әҙерләнгән. Ҡыҫтыбыйҙың эсенә  20 килограмм картуф иҙмәһе кәрәк булған.

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте

https://shonkar.com/news/y-m-i-t/2023-06-12/f-l-i-ur-y-tybyy-m-sm-y-sh-besher-el-r-3296931

Автор:
Читайте нас: