+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
20 Июль 2023, 17:00

Йәш яҙыусылар өсөн «Асыш» әҙәби конкурсы

2023 йылдың 1 июленән 30 октябренә тиклем «Асыш» йәш әҙиптәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә. Башҡортостандың Яҙыусылар союзынан хәбәр итеүҙәренсә, конкурс «Шоңҡар» һәм «Толпар» республика йәштәр журналдары менән берлектә үткәрелә.

Йәш яҙыусылар өсөн «Асыш» әҙәби конкурсы
Йәш яҙыусылар өсөн «Асыш» әҙәби конкурсы

Конкурсҡа «Проза» һәм «Шиғриәт» номинациялары буйынса 18-40 йәшлек авторҙар саҡырыла. Төп маҡсат - йәш таланттарҙы асыҡлау, башҡорт һәм татар әҙәбиәтен үҫтереү, туған телдәрҙе һаҡлау.

Киң мәғлүмәт сараларында, интернетта баҫылмаған һәм башҡа конкурстарҙа ҡатнашмаған эштәр ҡабул ителә. Был ҡатнашыусының социаль селтәрҙәге сәхифәһендә, блогында йәки Youtube каналында, шулай уҡ мәктәп гәзиттәрендә баҫылған эштәргә ҡағылмай.

Башҡорт телендәге әҫәрҙәрҙе – [email protected], татар телдәгеләрен [email protected] электрон почтаһына ебәрергә кәрәк. Йәш авторҙарҙың иң яҡшы әҫәрҙәре «Шоңҡар» һәм «Толпар» журналдарында донъя күрә.

Һәр номинацияла 1-се, 2-се һәм 3-сө урын алған ҡатнашыусыларға еңеүсе дипломдары һәм аҡсалата приздар тапшырыла. Шулай уҡ һәр номинацияла «махсус приз» ҡаралған. Бүләк фонды - 200 мең һум.

Өҫтәмә һорауҙар менән конкурс координаторҙарына мөрәжәғәт итергә була: Дәүләтбирҙина Тәнзилә Сәлих ҡыҙы, Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары – 8 906-375-87-09; Исхаҡов Винер Айҙар улы, «Шоңҡар» республика журналының яуаплы секретары – 8-927-944-31-70; Булатова Дилбәр Данис ҡыҙы, «Толпар» журналының бүлек мөдире – 8-927-347-67-74.

Фото: https://bash.bashinform.ru/news/culture/2023-07-19/bash-ortostanda-y-sh-ya-yusylar-s-n-asysh-bi-konkursy-i-lan-itelde-3346846

Автор:
Читайте нас: