“Ошондай матур кинофестивалде ойоштороусыларға, жюриға рәхмәт әйткем килә. Фестиваль программаһы бай булды, фильмдар бик матур. Бер һүҙ менән әйткәндә, ҙур Рәсәй киноһы байрамы уҙҙы. Биш көн барған сарала аралашып, яңы дуҫтар табып, тулы хис-тойғолар менән ҡайттыҡ. Шуны әйткем килә, был еңеүебеҙ, әлбиттә командабыҙҙың, республиканың эшен таныу һәм баһалау ул”, – тип ҡыуаныслы яңылығы менән бүлеште Булат Йосопов.
ХХV Бөтә Рәсәй Шукшин кинофестиваленең «Иң яҡшы фильмы өсөн» Гран-прийы «Иванһыҙ уйнамағыҙ» (режиссеры – Любовь Борисова) фильмына бирелде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был фильм Өфөлә «Үҙ юлым» кинофестивалендә күрһәтелгәйне.
Фото: Башинформ