+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
3 Август 2023, 12:00

Кем иң яҡшы ҡымыҙ бешеүсе?

Киләһе шәмбелә, 12 августа, Баймаҡ районына республиканың төрлө мөйөштәренән ҡымыҙ бешеү оҫталары йыйыла. Башҡортостанда милли эсемлеккә, уны популярлаштырыуға арналған 17-се бәйге «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале барышында уҙғарыла. Иң яҡшыларын Баймаҡ районының Граф күле буйындағы «Ҡымыҙфест» майҙансығында асыҡлаясаҡтар.

Кем иң яҡшы ҡымыҙ бешеүсе?
Кем иң яҡшы ҡымыҙ бешеүсе?

Бәйге бер нисә этапта ойошторола. Беренсе этап ҡатнашыусыларҙың теоретик белемдәрен тикшереүҙе күҙ уңында тота. Улар 15 минутта 20 тест һорауына яуап бирергә тейеш. Икенсе этапта жюри ағзалары шифалы эсемлекте тәмләп ҡарай, уның сифатын баһалай. Шулай уҡ унда ҡатнашыусылар менән түңәрәк өҫтәлдә ҡымыҙ етештереп һатыуҙың көнүҙәк мәсьәләләрен тикшереү күҙаллана.

Бәйге йомғаҡтары буйынса чемпион-ҡымыҙ бешеүселәр һәм «Ризыҡты үҙенсәлекле биҙәү», «Иң йәш ижади ҡатнашыусы», «Иң өлкән һәм тәжрибәле ҡымыҙ бешеүсе», «Тамашасылар һөйөүе призы» номинациялары еңеүселәре билдәләнә.

Ҡунаҡтарҙың  Башҡортостанда етештерелгән ҡымыҙ төрҙәрен тәмләп ҡарау, башҡорт халҡының милли көнкүреше менән танышыу мөмкинлеге бар. Бынан тыш, илдең бөтә төбәктәренән шифалы эсемлекте һатыу майҙансығы ойошторола.

Бәйге иртәнге 10-сы яртыла башлана. Ғаризалар сайтында ҡабул ителә.

Сығанаҡ: Башинформ

Автор:
Читайте нас: