+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
14 Август 2023, 12:00

“Башҡорт аты” фестиваленең йомғаҡтары

Баймаҡ районында 11-12 августа "Башҡорт аты" халыҡ-ара фестивале үтте.

“Башҡорт аты” фестиваленең йомғаҡтары
“Башҡорт аты” фестиваленең йомғаҡтары

Ул төбәктә йылҡысылыҡ өлкәһендәге иң ҙур ғилми-ағартыу һәм мәҙәни-спорт сараһы булараҡ танылды. Граф күле янындағы майҙан Рәсәй, Беларусь, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Төркиә, Азербайжан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан һәм Ҡырғыҙстандан вәкилдәрен йыйҙы.

Сараны асыу тантанаһы сиктәрендә Интеллектуаль милек буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Юрий Зубов Радий Хәбировҡа «Башҡорт аты» атамаһын файҙаланыу хоҡуғына Роспатент таныҡлығын тапшырҙы.

Байрам программаһы сиктәрендә “Менгән атым – уң ҡанатым” ат-спорт ярышы, Ылаҡ”, “Ауҙарыш”, “Тай-тулаҡ” милли уйындары, «Оҫталар ҡалаһы» ауыл хужалығы етештереүселәре һәм халыҡ кәсептәре изделиелары йәрминкәһе, тоҡомло аттар күргәҙмәһе, «Ҡымыҙфест» республика ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы уҙҙы. Шулай уҡ башҡорт тоҡомло аттарҙы һәм республиканың ат спорты мәктәптәрен үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә ойошторолдо.

“Ылаҡ” уйынында Ҡаҙағстандың Кустанай өлкәһе командаһы еңде һәм бер миллион һумлыҡ сертификатҡа эйә булды.

Төп приз итеп ҡуйылған ике автомобиль асҡыстары 12 километрға ат сабышында абсолют еңеүсе булған Баймаҡ районы командаһына һәм 16 километрға бөтә тоҡомло аттар арыһындағы сабышта еңеүсе Ырымбур өлкәһе командаларына тапшырылды.

Фестиваль башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары, республика ҡунаҡтарының ҙур концерты менән тамамланды. Унда Үзбәкстандан Хожиб Голиев, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марсель Ҡотоев, БР-ҙың опера йырсыһы Әлиә Исҡужина, халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаты Иҙел Аралбаев, Нефтекама һәм Учалы филармонияһы артистары һәм башҡалар сығыш яһаны.

https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2023-08-14/bash-ort-aty-festivale-yu-ary-kim-ld-tte-3386867

Автор:
Читайте нас: