+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
14 Сентябрь 2023, 10:32

ТАПҠЫРҘАР ТУРНИРЫн дауам итәбеҙме?!

8-се һанда ошо фотоға бәйле, "Тапҡырҙар турниры" (#тапҡырҙар­_турниры) иғлан иткәйнек. Йор һүҙле, сәсән телле шаян уҡыусыларыбыҙҙан, социаль селтәрҙәрҙәге яҙылыусыларыбыҙҙан ошо һүрәткә бихисап ҡыҙыҡлы таҡмаҡ-шиғырҙар килде. Иң-иңдәрҙе журналыбыҙҙа баҫырбыҙ, тип вәғәҙәләгәйнек. Вәғәҙә – иман! Иң шәп тапҡырнамәләр редколлегия тарафынан һайлап алынды һәм журналдың 9-сы һанында тып итеп баҫылып та сыҡты...

ТАПҠЫРҘАР ТУРНИРЫн дауам итәбеҙме?!
ТАПҠЫРҘАР ТУРНИРЫн дауам итәбеҙме?!

Машинаға хаҡтар елле,
Шуға кеҫәңде уйла,
Һыйырыңа бесән эшләп,
Ыштанһыҙ ҡалып ҡуйма!

Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН.

 

Ҡара әле, берәү нисек
Сирттерә эре генә!
Бесән эшләй, трактор түгел,
Ултырып "Рено"һына!

Мөнир ИҠСАНОВ.

 

"Башҡорт аты"на юлланғас
Күҙ терәп торған аттар,
"Тимер ат"ты егеп алдым,
Аптырап тора Саматтар.

Ринат СӨЛӘЙМӘНОВ.

 

Тормозһыҙ булғас машинам,
Тағып алдым тырманы.
Тырмам ике эш башҡарҙы –
Баҫыуҙы ла тырманы.

Мансур РӘХИМҒОЛОВ.

 

Атҡа тағалар тырма,
Ә мәшәүгә – тағылма,
Фотоһүрәт яһалма,
Автор, ярмаңды ярма!

Хәйҙәр КӨМӨШБАЕВ.

 

Мал аҫыра, мәшәҡәт, тип
Ҡурҡып торма!
Бесән тырма, "Жигули"гә
Таҡ та тырма.

Фәрүәз СӘЙФУЛЛИН.

 

Машина бесән ашамай,
Төнгөлөккә тышалмай.
Күгәүен дә сығанлатмай.
Серәкәй ыҙалатмай.
Бензин булһа ла ҡыйбат,
Екмәйем тырмаға ат.

Әкрәм ҠӘЙЕПҠОЛОВ.

 

Көтөп тора "айғырҙар"!
Тырмаңды, ти, таға һал!
Яланды сыҡ тырматып,
Ултырма ауыҙ асып.

Гөлзифа ИСРАФИЛОВА.

 

Машина тыңлай ғына.
Ә бҽсән зыулай ғына.
Рәхәтлән
еп ташып бөттө!
Уғаса б
ензин бөттө!

Риана ВӘЛИЕВА.

 

Ҡарап торалар
Башҡарған эшкә.
Бесән йыйылып
Бөтөр, тим, кискә.

Илһам ЛАТИПОВ.

 

Ни таҡһалар ҙа “Рено”ға
Бесән ыраһа була!
Йә ҡоролма, йә тағылма,
Йә тырма – нет айырма!
Таңһылыу ВӘЛИЕВА.

 

Китеп бара, китеп бара,
Китеп бара тырактыр.
Тырактыр түгел – машина!
Алға сығып, ҡарап тор.

Фәйрүзә АБДУЛОВА.


Өйрәнгәс йәштән эшкә,
Зарланмай ул сәбәпкә,
Ҡарағыҙсы һүрәткә,
Йөҙләп ат еккән төпкә.

Рөстәм НУРЫЕВ.

 

Беҙ көслө һәм таҙабыҙ,
Шуға юҡ-һаҡ яҙабыҙ.
Кемдең юҡ һис тә хәле –
Бесәндә йөрөй әле.
Раушан ҒӘЛИМОВ.

 

Раушан Ғәлимовҡа яуап:

Дауна бесәнде бөттөк,
Беҙҙең холҡобоҙ – өтөк.
Бик шәп түгел хәлебеҙ,
Әбей-бабай – мәлебеҙ.

Флүрә ЙОМАҒУЖИНА.

 

Күтәр, төшөр, рычагы бар,
Ҡалғандар күбә һалыр.
Ат өйрәтә белмәгәндәр
Беҙҙән, тим, фәһем алыр.

Гөлдәр әбей.

 

"Лифкәүек" тә бесән эшләй
Бына ахырзамана.
Ағас һәнәк, ағас тырма –
Үтте һеҙҙең замана!

Зилә АСТАНОВА.

 

Алла бирһә, мин, байыҡһам,
Машинама тырма алам.
Әллә байығам, әллә юҡ,
"Һәнәк“ булһа ла алам!

Маргарита АҘНАҒОЛОВА.

 

Дуҫтар! Барығыҙға ла рәхмәт! Таҡмаҡтарҙы тулыһынса “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмөбөҙҙә уҡый алаһығыҙ. Киләһе һүрәт тә һеҙҙең тапҡыр яуаптарығыҙҙы көтә. Һәр авторыбыҙға иҫтәлеккә берәр дана журнал ҡалдырҙыҡ. Уларҙан редакцияға шылтыратыуҙарын (8-347-292-77-60), йәки, ватсапҡа 893716999624 (Илгиз) яҙыуҙарын һорайбыҙ.

 

ТАПҠЫРҘАР ТУРНИРЫн дауам итәбеҙме?!
ТАПҠЫРҘАР ТУРНИРЫн дауам итәбеҙме?!
Автор:Илгиз Ишбулатов
Читайте нас: