Гөлдәр Хәкимованың эшмәкәрлеге башҡорт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә, уҡыусыларҙың тыуған яҡ тарихы буйынса белемен тәрәнәйтеүгә, башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәренә, йолаларына, уның мәҙәниәтенә һөйөү һәм хөрмәт тойғоһо тәрбиәләүгә йүнәлтелгән.
Педагог үҙенең эшләгән осоронда Рәсәй, республика, муниципаль кимәлдәге олимпиадалар, ижади конкурстар, шулай уҡ тикшеренеү проекттары еңеүселәрен һәм призерҙарын әҙерләгән. Улар иҫәбендә «Һаумы, һаумы, әкиәт!» әкиәтен, шулай уҡ «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр конкурстары бар.
Педагог һәм остаз йылында Гөлдәр Хәкимова туған башҡорт телен өйрәнеүҙе ойоштороуҙа, милли рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлауҙа уңыштары һәм эшендәге юғары күрһәткестәре өсөн «Башҡортостандың мәғариф отличнигы» билдәһе менән бүләкләнгән, «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған.
«Йөрәгемде балаларға бирәм» Бөтә Рәсәй конкурсында еңгән яҡташыбыҙ, өҫтәмә белем биреү педагогы Татьяна Воробьеваны Кремлдә бүләкләнеләр.
Фото: башинформ