+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
9 Ноябрь 2023, 12:32

Тапҡырҙар турниры

Тапҡырҙар турнирын дауам итәйек! Булат Пирғәлиндың таҡмаҡлы һүрәте беҙҙең тапҡырҙарҙы илһамландырҙы. Хатта журналдың штаттан тыш гроссмейстеры Илһам Латипов, теге һандағы һымаҡ, утыҙға яҡын түгел, ә йөҙҙән ашыу дүрт юллыҡ яҙып ҡуйҙы. Уға Маргарита Аҙнағолова һәм Гөлдәр Кәлимуллина һ.б. тынысланырға ирек бирмәй, артынан ҡыуа барҙы. авторҙарыбыҙҙың шиғырҙары "Һәнәк" журналының 11-се һанына инеп китте. Ҡарарһығыҙ... Әйткәндәй, журналға яҙылырға онотмағыҙ! Әле почта аша ярты йыллыҡҡа яҙылыу 602 һумға ғына төшә. Яңы һүрәткә күсәйек...

Тапҡырҙар турниры
Тапҡырҙар турниры

Ә был һүрәткә ниндәй тапҡыр яуаптар булыр? Әйҙәгеҙ, кем алыҡ? Фотола: Башҡортостандың халыҡ шағиры, иң оло юморисыбыҙ, сатиригыбыҙ - Марат Кәримов. Уны үҙенең объективына 2020 йылда Матбуғат байрамында Юлай Кәримов эләктереп алған. Шиғри комментарийҙарығыҙҙы "Бәйләнештә" сайтындағы "Һәнәк журналы, журнал Вилы" төркөмөндәге ошо пост аҫтына яҙыуығыҙ һорайбыҙ. 

Автор:Илгиз Ишбулатов
Читайте нас: