Халыҡ-ара жюри комиссияһы ҡарары менән “нон-фикшн” категорияһында яҡташыбыҙ еңеүсе тип таныла һәм бүләккә Лондондың иң абруйлы нәшриәтенең береһендә үҙ китабын баҫтырыуға грант ала.
Был бәйге Евразияның иң дәрәжәле әҙәби турнирҙарының береһе булып тора. Уны 2012 йылдан Евразия Ижади Гильдияһы (ECG) үткәрә һәм бөтә донъянан меңәрләгән яҙыусыларҙы йәлеп итә.
Марсель Сәлимов фестивалдә спикер сифатында ҡатнашып, "Донъя буйлап башҡорт көлөүе" исемендәге ижади кисә үткәрҙе. Шиғри бәйге һөҙөмтәләре буйынса юморист Барбара Юрковская-Навроцкая исемендәге миҙал менән дә бүләкләнә, уны “Poezja London” Поляк-Британ ойошмаһы башлығы Адам Семенюк тапшыра.
Фото: https://www.awardslondon.com/