+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
30 Ноябрь 2023, 13:00

Республика башлығы 50-нән ашыу һорауға яуап бирҙе

Республика халҡынан социаль селтәрҙәрҙә 4299 мөрәжәғәт, 216 видеомөрәжәғәт, ситуация үҙәгенә 115 шылтыратыу теркәлгән. Эфир 3 сәғәт 45 минут дауам итте – Өфөлә Радий Хәбировтың тура линияһы тамамланды. Ошо ваҡыт эсендә Башҡортостан Башлығы республика халҡының 50-нән ашыу һорауына яуап бирҙе.

Республика башлығы 50-нән ашыу һорауға яуап бирҙе
Республика башлығы 50-нән ашыу һорауға яуап бирҙе

Трансляция БСТ, «Рәсәй 24», «Башҡортостан 24», «Вся  Уфа », «Сәләм» телеканалдарында, урындағы радиостанциялар эфирында һәм социаль селтәрҙәрҙә барҙы. Тура бәйләнештә тәүге тапҡыр сурдотәржемәсе эшләне.

Тура бәйләнеш барышында Башҡортостандың төрлө райондарынан 4 тура эфир һәм Республика менән идара итеү үҙәгенән ике тура эфир булды. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам, юлдар, транспорт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, һаулыҡ һаҡлау, сәнәғәт, төҙөкләндереү, мәҙәниәт һәм спорт темаларына һорауҙар күп ине. Аҙаҡтан Радий Хәбиров алып барыусылар Елена Прочаковская менән Рөстәм Зәрәфетдиновтың блиц-һорауҙарына яуап бирҙе.

Башҡортостан Башлығының тура бәйләнешенә килгән бөтә һорауҙар ҙа ҡараласаҡ, улар менән профилле министрлыҡтар, ведомстволар, район хакимиәттәре хеҙмәткәрҙәре шөғөлләнәсәк.

https://bash.bashinform.ru/news/politics/2023-11-30/tura-b-yl-nesht-radiy-h-birov-50-n-n-ashyu-orau-a-yauap-bir-e-3545767

Автор:
Читайте нас: