Төп бүләктәренән тыш, Эльмираға башҡорт бейеүен башҡарғаны өсөн “Иң яҡшы талант” титулы тапшырылды. Жюри ағзалары гүзәлебеҙҙең бейеүенә генә түгел, иҫ китмәле матур башҡорт милли кейеменә лә һоҡланыуын йәшермәй. Хәҙер Эльмира Корея косметика брендының йөҙө буласаҡ һәм, приз булараҡ, 3 миллион Корея воны аласаҡ.
Беренсе вице-мисс – Монголия вәкиле, икенсе вице-мисс Көньяҡ Корея ҡыҙы булған.
Фото: newsinfo24.ru