-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
13 Декабрь 2023, 09:23

ТАПҠЫРҘАР СЫҒА МАЙҘАНҒА

Халыҡ шағиры Марат Кәримовтың ҡымыҙ эргәһендә ял итеүен тағы бер Кәримов (Юлай) ағай объективына нисек оҫта эләктереп алған булһа, сәсән телле дуҫтарыбыҙ күптәрҙең күҙенә лә күренмәгән биҙәктәрҙе шулай элде ҡәләм осона. Илһам Латипов теге юлы 261 яуап яҙҙы һәм тағы бер рекорд ҡуйҙы. Ун авторҙың яуаптары иң-иңдәре тип табылды һәм журналдың 12-се һанында бөгөн донъя күрҙе! Ә хәҙер, хөрмәтле төртмә телле сәсән дуҫтарыбыҙ, турнирҙы дауам итеп, һеҙҙең иғтибарға Рөстәм Ғатауллиндан өр-яңы һүрәт тәҡдим итәбеҙ! Һүрәткә авторҙан тәүге яуап шул булыр:

ТАПҠЫРҘАР СЫҒА МАЙҘАНҒА
ТАПҠЫРҘАР СЫҒА МАЙҘАНҒА

Рувики яҙа ҡартатай,

Ултырып гел арҡаға,

Бушамағас уйнарға,

Килдек уға ярҙамға.

Ноутбукка менәйем,

Төймәһенә төйәйем,

Бына миңә бер тәтәй,

Хәрефтәр теҙә тәпәй,

Апайым тағы йәһәт,

“Шыр хата бит, – ти, – төҙәт”.

Рөстәм НУРЫЕВ.

 

Ҡартатайҙың компуктеры
Эшләмәй бөгөн иртән.
Беҙ ҡарай торған йәнһүрәт
Экрандан ҡасып киткән.
Шуға баҫҡылап маташам
Ҡул талды, бармаҡ ялда...
"Һәнәк"кә яуап яҙабыҙ
Ҡартатайҙан да алда.
 
Рапат.
Был һүрәткә шиғыр яҙып,
Бер батман алдым балды.
Тәмләп, баллап сәйҙәр эстем,
Хәҙер батманы ҡалды.
 
Хәйҙәр КӨМӨШБАЕВ.
Министр сағыңда Википедиянан* сыҡманың, давай, ташла был холҡоңдо, була бел олатай.
 
 
"Фиксик"тар ошонда, эстә,
Тоҡандыр әле, ятма.
Хәҙер инде беҙҙең сират,
Йоҡлап алһаңсы, ҡартай.
 
 
Ҡыҙҙар менән эй яҙыша,
Беҙең шилма олатай.
Күпме генә тырышһаҡ та,
Холҡон ташлатып булмай.

Йәнһүрәтте беҙгә ҡуймай,
"Бәйләнештә" көн буйы.
Уйындар ҙа ойоштормай,
Ҡыҙҙарҙа ғына уйы.

Беҙгә иғтибар бирмәгәс,
Экранды ла ҡапланым.
Йәнһүрәттәр күрһәтмәһәң,
Өләсәйгә һатамын.

Ана шулай көн оҙоно,
Олатай ниҙер яҙа.
Олоғайған һайын, бәлки,
Бәйеле аҙа бара.????????????
 
Хәйҙәр КӨМӨШБАЕВ.
 
Бына ҡайҙа Бәхет таша!
Балалар балдан татлы!
Ҡартатайҙың йөҙө ҡояш,
Ҡандай мәл иҫтә ҡалды.

Йылдар үткәс, үҫеп еткәс,
Ҡат-ҡат ҡаралыр был саҡ.
"Татат" эшенә ҡыҫылып,
Эш туҡтатҡан сабый саҡ.

Эй, бәхетле ҡартлыҡ насип,
Ошо мәлде күргәнгә.
Баланың балаһын ҡыҫып
Күкрәгендә һөйгәнгә.
 
 
 
Көнө буйы - интернетта,
Беҙгә иғтибарың юҡ.
Шуға ла бит мин ултырам
Һиңә арҡамды ҡуйып.
 
 
Йомшаҡ ҡына, йылы ғына
Олатайҙың ҡорһағы.
Шунда ултырып интернеттан
Донъя хәлен ҡарайһы.
 
 
Үҫеп кенә алайымсы,
Ҡартатайҙы уҙҙырам.
Хәрефтәрҙе таныу бурыс -
Барын 5-кә булдырам.

Теймә беҙгә, ҡамасау тип,
Донъяны өйрәнәбеҙ.
Тик әлегә ҡартатайға
Беҙ мәҙәк күренәбеҙ. ????
 
Компта яҙышҡан булаһың,
Өләсәй өйҙә юҡта.
Уҡып ҡала алмайым шул.
Удалять иткән саҡта.
 
 
 
Үҙгәрәләр заманалар,
Ҡорамалдар, тәтәйҙәр.
Үҙгәрмәйҙәр был донъяла
Аҡһаҡалдар, бәпәйҙәр!

Өҙә алмай заман заңы
Быуындар бәйләнешен,
Йәшәү йәме урғып торған
Донъялар әйләнешен!
 

Әсәй ҡалдырып китте,
Ҡартатайға, ҡара, тип.
Садик эшләмәй икән
Көндәр һыуыҡ, буран, тип.
 
Ноутбук күҙҙе боҙа,
Ял ит бөгөн, олатай.
Йәнһүрәттең шәптәре
Күрһәтелә, ти атай.
 
 
Элек ҡартатайҙар алды
Ейәндәрҙеке ине.
Бөгөн ноут-моут, айфон
Тормошҡа килеп инде.

Ейәндәрме? Уларға ла
Кәрәкмәй ҡартат алды.
Ноут тубығында урын
Уларға оҡшап ҡалды.

Иң уңайы был заманда:
Ноутбуклы ҡартатай.
Балаларҙың күңеле лә
Ул яҡ, был яҡҡа тартмай.
 
 
Интернеттан айырылмау,
Олатайға килешмәй,
Беҙҙең менән генә уйнау,
Уның тормошон йәмләй.

Әле кескәйбеҙ, килешәм,
Тиҙҙән үҫеп етербеҙ,
Бергә уйнаған саҡтарҙы,
Йыш иҫкә төшөрөрбеҙ!
 
 
 
Ноутбугы серле ҡурсаҡтай,
Төймәләргә баҫып сығайым.
Уйынсыҡтай серле ҡумтаң,
Үҙемә бер донъя асайым.
Ә ҡартатай бер һүҙ ҙә әйтмәй,
Орсоҡ кеүек үҙем дә.
Ғәжәп нимәһе тарта һуң,
Ала алмайым күҙемде.
 
 
1.Бер нәмә лә аңламағас,
Ноутбуктан ни файҙа?
Олатаһын күрәм бында,
Ә өләсәһе ҡайҙа?
 
Ҡартатайҙың алдында,
Ултырыуы рәхәт бит.
Көлә-көлә ятҡаныңда,
Эштәр боҙһам, харап бит
 
 
 
2.Терәлеп ҡарайым әле,
Уны мин беләм микән?
Ноутбуктағы һүрәт
Таныш түгелме икән?
 
Ноутбук, планшет,
Заманса мөғжизәһе.
Ваҡыт алып, көн үткәреү - 
Уның төп ҡағиҙәһе.
 
Йәнһүрәт тә ҡарап булмай,
Ҡартатай... Иҫе киткән.
Кино ҡарап, уйын уйнап...
Малдар асығып бөткән
 
 
Өләсәйем ҡайтһа бәлки,
Ырғып торор ине ул.
Ҡурҡышынан компьютерҙы,
Беҙгә бирер ине ул.
 
 
Артта олатай,
Алда интернет.
Олатай ҡорһағы - 
Минең кабинет.
 
Әкрәм ҠӘЙЕПҠОЛОВ.
 
3.Ниндәй замана тыуҙы,
Ноутбуктар-тәтәйҙәр.
Ғәзиз күҙҙәрен боҙоп,
Үҫәләр бит бәпәйҙәр.
 
Илһам ЛАТИПОВ. 
 
Өләсәй ҙә ҡайтмай һаман,
Магазинға киткәйне.
Чупа-чупс алып ҡайтһа,
Комп та кәрәкмәҫ ине.
 
 
4.Бәхетле ҡартлыҡ...
Интернет-шатлыҡ.
Һүрәте матур,
Рөстәме - батыр.
 
 
5.Һүрәткә-шиғыр,
Фотоға-яуап.
Балаға шатлыҡ
Өләшеү - сауап.
 
 
 
6.Ноутбукта соҡонғанға
"Пять"ты ҡуяйым әле.
Модный-знатный һүрәткә
Автор булайым әле.
 
 
7.Ейәнсәр һәм олатай,
Һүрәттә юҡ өләсәй.
Интернетта был бәпәй,
Ҡайҙа булған ул, әсәй?
 
Балдан татлы балам балаһы,
Ғүмер көҙөн биҙәр биҙәктер.
Балалыҡ та менән ололоҡ ул,
Кисереше менән игеҙәктер.
 
 
8.Сабыйҙарға насип булды
Ноутбуклы замана.
Ә олатай интернетта -
Тәжрибәле "диуана".
 
 
9.Балалар баҡсаһына
Бөгөн бармайым әле.
Олатай ноутбугынан
Һүрәт ҡарайым әле.
 
 
Олатай, һин беҙгә лучше
Әкиәт һөйлә,
Шиғыр өйрәт, йә булмаһа,
Матур йыр көйлә.
Интернеттың зыянлығын
Һин бит беләһең.
Ауырып, ятып ҡуйырһың,
Тиһәм, көләһен
Юҡ, тыңламай, ҡалайтайым
Эх, татаҡайым.
Ҡайҙа, компьютерзы ғына
Ныҡлап ҡаплайым.
 
 
 
10.Ғүмер көҙө һиҙелмәй,
Интернет оноттора.
Сабыйҙы ылыҡтыра,
Әсәйҙе бойоҡтора.
 
Илһам ЛАТИПОВ. 


Ниңә, эшеңде туҡтатып,
Көлөп ятаң, ҡарттаһы?
Быяласы түгел әллә
Ейәнеңдең атаһы?

Сабыйҙың теле менән
Хәҡиҡәт һөйләй, тиҙәр.
Тел һөйәкһеҙ, уй төпһөҙ,
Ләкин бар тәпәй беҙҙә.
 
Раушан ҒӘЛИМОВ.
 
 
Эти -Эниемнэрнен Вакыты юк, конозыны эштэ, ойгэ кайтсалар Интернетта, Ватсапта,Олайтайыбыз безнен белэн буген,
Лэкин Анын да ике кузе Ноутбукта.
 
 
Тәки компта йәнһүрәт
Ҡарап булманы инде.
Ҡартатайҙың күңеле булды,
Күрмәне хатта мине.
 
 
Ҡашың ҡара, мыйығыңда
Сәстәрең ап-аҡ һинең
Һинең көлөүеңде күреп
Иҫтәрем китә минең...
 
 
Бала саҡта беҙ,
Урамдан ҡайтмай инек.
Сана-саңғы шыуып
Көндәр үткәрә инек
 
 
Шәптер күрәһең бабай
Шиғыр ярата буғай.
,, Һәнәктә" тапҡыр турнирын
Күҙәтеп бара ыңғай.

Ышанам, ейәнсәренә
Башҡортса һөйләй бабай.
-Ярҙам кәрәкме ҡартатай?
Ярҙамлашырға уйлай.

Ейәнсәрҙәр тыуған мәлдә
Урта мәктәп тамамлай.
Өс йәшендә үҙ битләүен
Асырға тип самалай.

Булыр бала буғынан, тей
Зиһенле бала булыр.
Кем белә, ҡартатай һымаҡ
Министр булып ҡуйыр.

Башы бар, аҫтында ҡорһаҡ
Йылы, йомшаҡ платформа.
Ҡартатайҙың ҡуйынына
Янылыштан еппәрмә.

Бала йәне барометр
Йылыны улар һиҙә.
Һалҡын булһа менмәҫ ине
Уҫалдан бала биҙә.

Тырыша, белергә теләй
Интернет киңлектәрен.
Елкәңә генә менмәһен
Талмаһын беләктәрең.

Ҡарт ағас оҙаҡ йәшәгән
Йәш ағасҡа терәлеп.
Рөстәм ағай һаулыҡ бирһен
Йәшә ирәүәнләнеп.
Гөлдәр әбей.
 
Хәзер балаларҙың уйында,
Компьютерҙа,ноутбук
Шулайтып көн үтеп китә
Уҡыу уйында ла юҡ
 
 
Әйҙә, башҡортса йәнһүрәт,
Ҡарайыҡ әлҽ?
Йә булмаһа,
йәшҽнмәк
Уйнайыҡ сәлҽ?
Показать полностью...
 
 
Ҡышҡы сатлама һыуыҡта,
Беҙ баҡсаға барманыҡ,
Олатайыбыҙ йортонда,
Рәхәтләнеп уйнаныҡ.
Белгән барлыҡ уйындарҙы,
Күмәкләшеп барланыҡ,
Хатта ҡорһаҡҡа ултырып,
Йәнһүрәттәр ҡараныҡ.
 
 
Бабайҙарға ярамаған
Тапшырыу бара.
Ҡататай, покаға минең
Арҡаны ҡара!☝😘
 
 
***
"Зомби" йәшник эсенән
Килеп сыҡмаһынмы ен.
Ярай кеше һынында,
Хет шуныһына һөйөн.
Показать полностью...
 
 
11.Һыуыҡ булғас,детсадҡа
Бөгөн не пошел.
Ноутбукты күреп ҡалғас,
Уға подошел.
 
 
12.Сабыйҙы эләктерә
Виртуаль мир тоҙағы.
Яҡлай аламы уны
Олатайҙың ҡорһағы?
 
 
13.Ниндәй тапшырыу бара,
Сабый беләме?
Олатайыбыҙ күҙлекһеҙ
Яҡшы күрәме?
 
 
14.Рөстәм тигән кешенең
Ноутбугы бар микән?
Һүрәтенә төшкән сабый
Кемдең балаһы икән?
 
 
15.Арҡа аша күрә микән
Һүрәттәге олатай?
Ҡайҙа улар,ҡунаҡтамы,
Әсәкәй менән атай?
 
 
16.Рөстәм тигән авторҙың
Ноутбугы бар микән?
Олатайҙың үтә күргән
Күҙе әллә шар микән?
 
 
17.Ике бала ноутбуктан
Нимәлер ҡарай.
Шуға ихлас ҡыуана
Беҙҙең олатай.
 
 
18.Сабый балалар,
Виртуаль донъя.
Олатай быны
Бик яҡшы тоя.
 
 
19.Ике бала,олатай,
Ә ҡайҙа әсәй,атай?
Тапҡырҙар был һүрәттең
Исемен нисек атай?
 
 
Эйәр йомшаҡ, Аҡбуҙат шәп,
Кешнәй ҙә кешнәй үҙе!
Ауыҙында тештәре күп,
Үтәнән күрә күҙе!
Аҡбуҙатмы, олатаймы
Икеһен дә яратам!
Интернетты аса һалып
Ысын хәбәр таратам.
 
 
20.Һыуыҡ булғас,детсадҡа
Ебәрмәнеләр.
Һорағайныҡ градусникты-
Күрһәтмәнеләр.
 
 
Рувики, рувики.
Олатай, сәғәт ике,
Яҙып ултырма юҡты,
Бир беҙгә ноутбукты.
 
 
21.Берҙән-бер ноутбукка
Өс кеше тура килә.
Ныҡ сыҙамлы олатайға
Күңелле ғүмер телә.
 
 
22.Һыуыҡ көндәрҙе белергә
Беҙгә ноутбук кәрәк.
Атай өйҙә булмағанда,
Олатайыбыҙ-терәк.
 
 
23.Олатай, етер,
Ноутбук отдай.
Урамдар сорок
Градусик атлай.
 
 
24.Тышта ныҡ һыуыҡ,
Ә өйҙә рәхәт.
Һүрәт ебәргән
Авторға рәхмәт.
 
 
25.Олатай,һин подожди,
Беҙҙең очередь хәҙер.
Голосовой помощник,
Яңы мәғлүмәттәрҙе,
Табып бирергә әҙер.
 
 
26.Олатай ноутбукта,
Кем малды ҡарай?
Тышта бигерәк уҫал
Морозов атлай.
 
 
27.Ҡаламы был,ауылмы,
Таҡмаҡ яҙыу ауырмы?
Өс кешегә бер экран,
Өләсәй ҡайҙа булған?
 
 
28.Һыуыҡ көндәр күберәк булһын,
Детсадҡа йөрөмәҫбеҙ.
Ноутбукта ятырбыҙ,
Урамда күренмәҫбеҙ.
 
 
29.Маҡтана тип уйламағыҙ,
Хәрефтәрҙе таныйым.
Хәрефтәрҙе таныһам да,
Ноутбуктан арыйым.
 
 
30.Ноутбук асылмаған,
Паролде онотҡандар.
Балалар шуға күрә
Икәүләп шаҡ ҡатҡандар.
 
 
Һыуыҡтарҙы сәбәп итеп ,
Олатайҙан ҡайтмайбыҙ,
Уйындар уйнап арығас,
Ноутбукка бағабыҙ.
Олатайҙы яратабыҙ,
Унан һис бер ҡалмайбыҙ,
Көлә- көлә бергәләшеп,
Йәнһүрәттәр ҡарайбыҙ.
 
 
Замана балалары
Әллә гаджет менән тыуалар?🤔🤭
Бала еңмешләмәһен тип
Ҡулдарына тығалар?🫣
Үҙебеҙ ҙә ҡалышмайбыҙ,
Показать полностью...
 
 
Әминәгә артын ҡуйған
Салауаттың малайы.
Мин дә артты ҡуйған инем
Ҡыуанды олатайым
 
 
Бабай арығандыр инде
Өҫтөндә ике бала.
Бабайҙы күргән һайын
Көлөп эстәрем ҡата
 
 
Әсәйҙә юҡ, өләсәйҙә,
Ҡайҙа йөрөйҙәр икән
Ҡартатайҙың хәле бөтһә,
Комп беҙгә ҡалыр микән?
 
 
Эй, олатай! Олатай!
Вики олатайлығын ҡуйған,
Инде Рувики Олатай!
Беҙгә күҙ- ҡараҡ буларға
Ҡушып китте бит әсәй,
Үҙҙәре эшкә киттеләр,
Бөгөн садик эшләмәй.
Өйҙә лә ҡулда компьютер,
Шунан һис күҙен алмай,
Беҙҙе шунан кем ҡарай?
Һин компьютерҙа ултырғас
Кем беҙҙе телгә өйрәтә,
Кем һуң әкиәт һөйләй,
Кем беҙҙең менән һөйләшә,
Эштәрең ыңғай бармай?!
Ах, Рувики олатай!
Алдарыңа килеп мендем,
Һис кенә лә сыҙамай!
Һай, Рувики олатай!
Олатай булһаң, олатай бул!
Бирешмә әле, дауай?! 🤲
/Өмөтбикә/.
 
 
31.Үҙем дә яңы өйрәндем
Ноутбукты асырға,
Миңә генә кәрәк булған
Яңылыҡтар алырға.
 
 
32.Олатайға килделәр.
Ҡаты һыуыҡ.Уҡыу юҡ.
Ноутбукка ныҡ терәлгән
Бәләкәйе бигерәк шуҡ.
 
 
33.Интернетҡа тоташҡан
Ауылы-ҡалалары.
Ноутбукта соҡсоналар
Замана балалары.
 
 
34.Балалар баҡсаһына
Йөрөмәйбеҙ,ныҡ һыуыҡ.
Олатайҙа күңелле,
Ноутбукта бик ҡыҙыҡ.
35.Көләм,кинәнәм,күреп
Был серле төймәләрҙе.
Ноутбуктан белеп була
Күп кенә нәмәләрҙе.
 
 
36.Ноутбугы яңы,матур,
Олатаһы бик бай шул.
Ҡәҙерле ҡунаҡтарына
Ихлас ҡыуана бит ул.
37.Фотоға төшөргән дә,
Ноутбук бүләк иткән.
Аҙаҡ белдем:спонсорҙың
Исеме Рөстәм икән.
38.-Паролде белә был сабый,
Ҡабыҙа ноутбукты.
-Ышанмайым,үпкәләмә,
Һөйләмә миңә юҡты.
 
 
Олатай эсен һелкетә
,,Бәү-бәү" тиеп.
Күп шаярһа ҡулланырмын
Горшок итеп


Автор:Илгиз Ишбулатов
Читайте нас: