+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
11 Ғинуар , 14:00

"Өлгөлө башҡорт ғаиләһе"

Республикала «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» асыҡ республика бәйгеһенә ғаризалар йыйыу дауам итә. Бәйге Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы төбәктәре халҡы араһында башҡорт халҡының мәҙәниәтен, туған телен, ғөрөф-ғәҙәтен, йолаларын һаҡлаған һәм үҫтергән өлгөлө ғаиләне асыҡлау һәм ғаилә институтын нығытыу маҡсатында үткәрелә.

"Өлгөлө башҡорт ғаиләһе"
"Өлгөлө башҡорт ғаиләһе"

Бәйгелә республика биләмәһендә һәм Рәсәй төбәктәрендә йәшәгән, башҡорт телендә һөйләшкән, теркәлгән никахта булған һәм бала тәрбиәләгән, шул иҫәптән тәрбиәгә алынған ғаиләләр ҡатнаша ала.

Бәйге өс номинацияла үткәрелә: «Ғаилә ижады», «Ғаилә кәсебе», «Ғаилә традициялары һәм ҡиммәттәре» һәм муниципаль, зона, республика этаптарын үҙ эсенә ала.

"2024 йыл Рәсәйҙә ғаилә йылы” тип иғлан ителде. Был ғаилә ҡиммәттәрен яҡлауға һәм үҫтереүгә, ғаилә институтын нығытыуға һәм уның ижтимағи әһәмиәтен арттырыуға айырыуса иғтибар биреләсәк тигәнде аңлата. Был контекста уҙған йылдың декабрендә старт алған „Өлгөлө башҡорт ғаиләһе“ конкурсы айырыуса әһәмиәтле була, — тип билдәләнеләр Башҡорт Ҡоролтайының матбуғат хеҙмәтендә.

Ойоштороусыһы – Башҡортостан Республикаһының ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы булышлығында Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы. Ойоштороусылар – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы); Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Стәрлетамаҡ бүлексәһе, Башҡортостан Республикаһының “Халыҡтар дуҫлығы йорто”, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-01-10/v-bashkirii-prodolzhaetsya-priem-zayavok-na-konkurs-obraztsovaya-bashkirskaya-semya-3596545?ysclid=lr8vm6mypq570170644

 

Автор:
Читайте нас: