Илнара Сафина бәйгелә ҡатнашыу өсөн ғариза биреүсе 19 мең кандидат араһында иң яҡшыһы булып иҫәпләнгән. Ауыл ерлеге башлығы вазифаһына Илнара Урал ҡыҙын 2022 йылда тормош иптәше Рөстәм Сафин махсус операцияға үҙ теләге менән киткәндән һуң һайлап ҡуйғандар.
Илнара Сафина дәүләт башлығына һәм “Халҡыңа хеҙмәт итеү” премияһын ойоштороусыларға хеҙмәтен юғары баһалағандары өсөн рәхмәт белдергән.
Тормош иптәше Рөстәм Сафин үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юлланған. Ул Александр Доставалов исемендәге икенсе башҡорт ирекле батальонына ҡушылған. 2022 йылдың декабрендә хәрби заданиены уңышлы үтәп, күрһәткән батырлығы өсөн генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнә.
Фото: dzen.ru