-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
11 Июнь , 16:00

Бет тарағы

Харис ШӘРИПОВ - Атай! Беҙҙе теге остан Паразит исемле ағай кискә ҡунаҡҡа саҡырҙы. Мал йыйғас килегеҙ, һарыҡ һуйҙым тине. Ә нишләп Паразит? Ысын исеме шулаймы? – тип теҙҙе улым Әсхәт, велосиипедта урам буйлап йөрөп ҡайтҡас. Ял алып, ғаилә менән  ауылға кисә кис кенә ҡайтҡайныҡ, ауылдаштарҙы күрмәгәнмен әле. Мин рәхәтләнеп көлдөм дә: – Юҡ, уның исеме Самат. Самат ағайың - минең класташым. Ә “Паразит” ҡушаматының үҙенең тарихы бар.

Бет тарағы
Бет тарағы

Самат, мәктәпте тамамлағас, ҙур уҡыуҙарға ынтылманы. Курс тамамланы ла ауылда шофер булып эшләне. Колхоз тарҡалғас, фермерлыҡҡа тотондо. Бик булдыҡлы булып сыҡты. Үткән йыл хатта Өфөгә саҡырып, машина менән бүләкләнеләр үҙен.

Ауылдың икенсе осонда йәшәһә лә, беҙ бәләкәй саҡтан бергә уйнап үҫтек.

Ҡышын сана шыуырға, йәйгеһен балыҡҡа гел бергә йөрөнөк. 

Самат менән һәр ваҡыт ҡыҙыҡ хәлдәр булып ҡына тора. Хәтеремдә, беҙ, ун дүрт малай һәм ҡыҙ, ауылдағы башланғыс мәктәпкә, беренсе класҡа уҡырға барҙыҡ. Рус теле дәресе бара. Уҡытыусыбыҙ Хисаметдин бабай, таҡтаға йорт хайуандары төшөрөлгән ҙур ҡағыҙ элеп ҡуйҙы ла урыҫ телендәген атамаһын әйтергә ҡушты. Бына сират Саматҡа етте. Уҡытыусы таяғы менән һүрәттәргә күрһәтеп һорай:

- Это кто?

– Корова.

- Это кто?

– Овца.

- Это кто?

– Коза.

Сират сусҡаға етте:

– Это кто?

Самат, бер аҙ уйланып торҙо ла:

 - Это сволочь, - тип ҡуйҙы.

Бөтә класс тәгәрәп ятып көлдө. Хисаметдин бабай саҡ туҡтатты. Шулай итеп Саматҡа “Сволочь” ҡушаматы тағылды. Һуңынан шуның янына тағы бер ҡушамат өҫтәлде. Быныһы инде ғүмерлеккә йәбеште.

Беренсене тамамлауға барыбыҙ ҙа рус телендә арыу ғына һупаларға өйрәндек шикелле. Йәйге каникулға сыҡтыҡ. Бер көндө Самат килеп еткән:

 - Әйҙә совхоз магазинына ҡармаҡ алырға барабыҙ. Ауыл магазинында юҡ. Өләсәйем бет тарағы ла алырға ҡушҡайны.

Мин үҙем һиҙмәҫтән:

– Өләсәйең бетлеме ни? - тип һорап ҡуйҙым.

Самат үпкәләмәне.

– Юҡ та ул, өләсәйем мунсанан сыҡҡас, сәсен гел генә бет тарағы менән тарай.  “Баш ауыртыуын баҫа”, ти. Үҙе, сәсен тараған саҡта гел йырлай.

 - Нимә тип йырлай инде?

Самат, өләсәһе булып сәсен тарап, йырлап күрһәтә:

“Ал итә, итә, итә,

Гөл итә, итә, итә,

Яндарыңа барыр инем

Ял итә, итә, итә”.

Өйҙән, йырлаған тауышты ишетеп, әсәйем килеп сыҡты: “Кем шулай матур йырлай икән тиһәм, Самат икән. Матур йырлайһың малай!  Бөгөн ҡайҙа йыйындығыҙ инде?”

- Әсәй! Ҡармаҡ алырға аҡса кәрәк ине, Самат менән совхоз магазинына барып киләбеҙ, - тинем мин.

Әсәйем биргән бер һумлыҡты кеҫәгә тыҡтым да, киттек тәпәйләп.

Совхоз тигәнебеҙ, өс саҡрымда ятҡан ҙур ғына ауыл. Унда төрлө халыҡ йәшәй: башҡорттар, урыҫтар, ҡаҙаҡтар. Барыһы ла үҙ-ара урыҫса һөйләшә. Магазинда һатыусы урыҫ апайы була торғайны.

 - Урыҫса ҡармаҡ крючок була шикелле, ә бет тарағы нимә була икән? – тип һорай минән Самат.

 - Әллә, гребешок була шикелле, - тинем мин.

 - Ярай нисек булһа ла һорармын әле, - тип тынысланды Самат.

 - Анау Көнгәк тауы бар бит, шуның араһында Күмертау тигән ҡала бар икән. Унда күмер сығаралар, ти. Хатта вертолеттар ҙа эшләйҙәр икән.

- Күргәнем бар, - тинем мин. - Ҡайһы ваҡыт беҙҙең ауыл өҫтөнән түбәндән генә осоп үтәләр.

 - Шунда тағын ғәләмәт ҙур экскаваторҙар күмер ҡаҙалар, улар хатта атлап йөрөй алалар, - тип, иҫе китеп һөйләй Самат.

  - Ҡыҙыҡ икән, - тинем мин, - күрһәң ине шуларҙы.

Һөйләшеп бара торғас, совхоздың кибете лә күренде. Кеше күп түгел ине. Бына һатып алыусылар сығып бөттө.  Беҙ ситтәрәк уңайһыҙланып тора бирәбеҙ.

 - Что вам, ребята? – тип һорай беҙҙән һатыусы.

Самат һатыусы ҡаршыһына барып баҫты ла: “Здравствуйте! Мне паразит!" – тине лә туҡтап ҡалды. Һатыусының аптырауҙан күҙҙәре шар булды.

 -Что? Кто паразит? - тип һорап ҡуйҙы аптырап.

 - Дайте мне паразитарную, паразитическую расческу.

Һатыусы, ниһайәт, төшөндө. Рәхәтләнеп көлдө лә:

 - Һиңә ваҡ тешле тараҡ кәрәкме ни? – тип һораны башҡортса.

 - Эйе, - ти Самат. - Өләсәйемә кәрәк ине. Һеҙ башҡортса беләһегеҙме ни?

 - Әлбиттә, беләм, тағы нимә кәрәк?

Беҙ батырайып киттек. Ҡармаҡтар, ҡалҡыуыс, ҡалған аҡсабыҙға прәник һатып алдыҡ та ҡайтырға сыҡтыҡ. Үҙебеҙ әлеге хәлде ҡабат-ҡабат иҫкә төшөрөп көләбеҙ. “Һин кешегә һөйләй күрмә инде”, – ти Самат.

 - Юҡһа, “Сволочь” тигән кеүек тағы исем тағырҙар.

Мин бер кемгә лә һөйләп йөрөмәнем. Үҙе, ауыҙында һүҙ тормай, ҡайтҡас, был ваҡиғаны апайҙарына һөйләгән. Уларға етә ҡалған. Өйҙән сығып, ауылға таралған. Шулай итеп Саматҡа “Паразит” ҡушаматы йәбешеп ҡалды. Быға үҙе лә өйрәнде, үпкәләмәй башланы.

- Ысынлап та, “Паразит саҡырҙы” тип әйтергә ҡуштымы? – тип һорайым улымдан.

 - Эйе, шулай, һуңламағыҙ, тип әйтте...

Фото: russian.alibaba.com

Автор:
Читайте нас: