Быйыл да ирем менән кәбеҫтә ултыртмаҫҡа һөйләштек. Бик ҡыйбатҡа төшә уны үҫтереү: беренсенән, анау аҡ күбәләге йонсота, икенсенән, йәй буйына бер төп кәбеҫтәгә 200 литр һыу китә. Көҙгө йәрминкә тулы кәбеҫтә була, бер тоҡ итеп һатырһың да алырһың, тине ир. Етмәһә, беҙҙең Арҡайымда һыу алтынға бәрәбәр. Йәй буйы иртәле, кисле һыу булмай. Кранды асһаң, пышшш тип тик тора. Үҫтер инде шунан кәбеҫтә.
Әммә әле баҡса утарға сыҡһам, 20 төпкә яҡын кәбеҫтә хасил булған. Кем ултырҡанын берәү ҙә белмәй. Помидорға тип ҡалдырылған буш урын бар ине. Шунда хәҙер кәбеҫтә ултыра.
Әй, бушҡа аптырап, тинем дә утауымды белдем.
...Бер йылы үҙем ултырҡан кәбеҫтәне шулай кемдер йыйып биргәйне. Ноябрь башы булһа ла көн йылы ине. Ҡәйнешем үлеп илаулап йөрөйбөҙ. Ҡара ерҙә ап-аҡ булып кәбеҫтәләр генә һәрәйеп ултырып ҡалған ине. Уның ҡайҙалыр юҡ булыуына бер аҙ аптыраһам да, артынан эҙләп төшмәнем. Шунан утынлыҡта нимәлер ағарып ятҡанын күргәс барып ҡараһам, кәбеҫтәләр тәгәрәшеп шунда ятасы! Өҫтөн утын менән ҡаплап маташҡандар.
Аптыраным, малайҙарҙан һораһам, берәү ҙә бер нәмә лә белмәй.
Кис ике яҡтағы ике күршем сәйгә инде. Һинең кәбеҫтәң ҡайҙа ул? – тип төпсөнә бит былар. Утынлыҡта ята тием. Нишләп һин уларҙы юғалтып эҙләмәнең ул? – тиҙәр. Кәбеҫтә ҡайғыһы юҡ, - тием. Быларым һындары ҡатып көлә. Баҡтиһәң, мин эштә саҡта кәбеҫтәне йыйып, утындыҡҡа йәшергәндәр.Йәнәһе лә, мин эҙләһен дә, кәбеҫтәм юҡ булған тип яр һалһын, тип. Ә мин уның юҡлығын да күрмәнем.
Әле бына баҡсала кәбеҫтә үҫеп ултыра, шул күрешенең эшелер...Мин дә помидорҙы үҫтерәм дә эшкәрт, тип уға индереп бирәм бит. Шуға үс алып йөрөйҙөр...
Шундай күршеләрең булһын ул!
Фото: sezon-dacha.ru